Хуплап ҡаршы алды
Күптән түгел генә Яңы Ҡыйышҡы ауыл Советы хакимиәте башлығы итеп һайланған Фәнзиә Өмәтҡолова яңы вазифалағы хеҙмәт юлын изге эштән башлап ебәрҙе. Ул “Изге яҙылыу” акцияһын хуплап ҡаршы алды һәм биш кешегә ярты йыл буйына рәхәтләнеп район гәзитен уҡыу мөмкинлеге бүләк итте. Фәнзиә Фәнүз ҡыҙы бөгөнгө көндә илебеҙ тыныслығын һаҡлап, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ике яҡташыбыҙҙың ғаиләһенә, күп балалы һәм тәрбиәгә балалар алған ике ғаиләгә, бер өлгөлө ғаиләгә “Даирә” гәзитен яҙҙыртты һәм эстафетаны Үтәгән мәктәбе директоры Зорина Иҙрисоваға тапшырҙы.
Изге эш ерҙә ятып ҡалмай, тиҙәр халыҡта. Һеҙҙең изге башланғысығыҙ ҙа сауаплы булһын!