Даирә
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
7 Июль 2023, 11:40

Бергә ҡалырға яҙһын

Бүләктәр уйнатҡандан һуң еңеүселәребеҙҙең редакцияға уларҙы алырға килеүе үҙе бер йәм өҫтәй.Күлләр ауылынан Миңлегөл Хәсәнова ла бүлмәбеҙгә килеп ингәс, донъялар яҡтырып киткәндәй булды.

Бергә ҡалырға яҙһын
Бергә ҡалырға яҙһын

Ипле генә, килешле апай иген оттоғоҙ тигәс, ярай, бик яҡшы булған, тип ҡыуанысын белдерҙе. Уның менән бер аҙ һөйләшкәндән һуң Миңлегөл Мәүлетбай ҡыҙының йөҙөнән нур балҡып тороуының сәбәбе лә билдәле булды. Баҡтиһәң, ағинәйҙең намаҙға баҫып, дин юлына килеүенә ун йылдан ашыу икән. Күлләр ауылында уны ихтирам итеп, Ҡөрьән аштарына оҫтабикә итеп саҡыралар, өйөнә килеп хәйер-саҙаҡалар бирәләр. Ул һәр береһен матур итеп доғаларын уҡып, теләктәрен әйтеп оҙатып ҡала.
- Мөкәй ауылына йөрөп, ғәрәпсә уҡырға өйрәндем. Бының өсөн остазыбыҙ Зилә ? ҡыҙына ҙур рәхмәтлемен. Ул беҙҙе ислам дине нигеҙҙәренә өйрәтте. Доғалар уҡыу күңелемә тыныслыҡ бирә.
Район гәзите ғүмер буйына юлдашыбыҙ булды. Ундағы бар мәҡәләләрҙе лә яратып уҡыйбыҙ, айырыуса хикәйәләр оҡшай, - тине ул.
Уҙған йыл Миңлегөл һәм Раил Хәсәновтарҙың бергә йәшәүҙәренә 55 йыл тулған. Өс улдары, бер ҡыҙҙары, кейәү-килендәре һәм ейән-ейәнсәрҙәре атай-әсәйҙәренең ҙур ғорурлығы һәм шатлығы. Беҙҙең ошондай тоғро яҙылыусыларыбыҙ булыуы менән беҙ ҙә бәхетлебеҙ. Гел шулай бергә ҡалырға яҙһын.

Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: