-3 °С
Ясна
Үҙемдең фамилиямды күргәс, ныҡ шатландым. Гәзитте бала саҡтан яратып уҡыйым. Артҡы битенән башлайым да, һәр хәрефенә тиклем уҡып сығам. Бигерәк тә тормоштан алынған фәһемле, ғибрәтле яҙмалар оҡшай. Улар хаҡында үҙ фекеремде лә яҙып ебәргем килә.
Быға тиклем квитанциямды ебәргәнем булманы. Әле ебәрҙем дә, бүләккә ҡоймаҡ табаһы оттом. Быйыл минең өсөн уңышлы йыл булды, башҡа компаниялар уйнатҡан уйындарҙа ла ҡатнашып, ваҡ бүләктәр алдым.
Гәзит хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтемде белдерәм, эштәрендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйем.