

Гәзиттән өҙөлгәндәре юҡ
Шәрипҡол ауылында йәшәгән Ҡунаҡбаевтар ғаиләһе район гәзитенән өҙөлгәндәре юҡ. Элек “Хеҙмәт даны” гәзитен алдырһалар, әле “Даирә”не яратып уҡыйҙар.
- Ғаиләбеҙ менән күмәкләшеп гәзит уҡырға яратабыҙ. Район яңылыҡтарын, арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ һәм райондаштарыбыҙҙың уңыштары тураһында “Даирә”не уҡып беләбеҙ. Хикәйәләрҙе лә яратып уҡыйбыҙ. Үҙем мәктәптә ҡарауылсы булып эшләйем. Район дауаханаһында эшләгән ҡатыным Гөлназ да, Өфөлә эшләгән улым Рәлиф һәм ҡыҙым Гөлшат та гәзит уҡырға ярата. Бына тәүге тапҡыр “Даирә” гәзите уйнатҡан бүләк оттоҡ. Беҙҙе ҡыуандарғанығыҙ өсөн рәхмәт, - тигән ҡыуанысы менән бүлеште Рәсих Ҡунаҡбаев.