Даирә
+24 °С
Ямғыр
Матбуғат
6 Июль 2023, 11:09

Бигерәк күңелле икән ул!

Беҙҙең сираттағы бүләк отоусыбыҙ ҙа үҙенең бәләкәй генә бүләген ҙур итеп, шатланып ҡабул итте һәм күңел түренән урғылып сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен яуҙырҙы

Бигерәк күңелле икән ул!Бигерәк күңелле икән ул!
Бигерәк күңелле икән ул!

Бигерәк күңелле икән ул!

Беҙҙең сираттағы бүләк отоусыбыҙ ҙа үҙенең бәләкәй генә бүләген ҙур итеп, шатланып ҡабул итте һәм күңел түренән урғылып сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен яуҙырҙы.

- Иҫке Бәпес ауылында 25 йыл йәшәйем һәм 25 йыл “Даирә” гәзитен алдырам, яратып уҡыйым. Иң тәүҙә район тормошо тураһын­дағы яңылыҡтар менән танышам. Үҙемдең хеҙмәттәштәрем, яҡташтарым тураһындағы мәҡәләләрҙе бигерәк тә ҡыуанып уҡыйым. Ғөмүмән, гәзиттә баҫылған бар нимә оҡшай. “Даирә”не уҡымайынса, район һулышын белмәйенсә йәшәп булмай. Ошоға тиклем бер ҡасан да бүләк отҡаным булманы. Үҙем­дең бүләк отоуыма, хатта, ышанмай ҙа торҙом тәүҙә, ысын икәнен белгәс, ҡыуанып бөтә ал­маным. Яратҡан гәзитеңдән бүләк отоуы би­герәк тә күңелле икән ул! – ти Гүзәл Ғәлиул­лина.

Гүзәл Рәжәп ҡыҙы ун йыл Иҫке Бәпес ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһында мөдир булып эшләй, ә уға тиклем мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас