

Беҙҙең даими уҡыусыларыбыҙ булғанығыҙ өсөн рәхмәт. Улар араһынан был аҙнала өс бүләк уйнатылды. Гәзиттең тоғро дуҫтары - Иҫке Муса ауылынан Минязева З.А., Үтәгәндән Флүрә Батырова һәм Яңы Бишауылдан Кәшфулла Хөснетдинов бүләккә эйә булдылар. Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм приздарҙы оҙаҡҡа һуҙмай килеп алыуығыҙҙы һорайбыҙ. Үҙегеҙ менән документтарығыҙҙы (паспорт, СНИЛС, ИНН) килтерергә онотмағыҙ.
Хөрмәтле райондаштар! “Даирә” гәзитенә яҙылыу дауам итә. Райондың туған телдә сыҡҡан берҙән-бер баҫмаһын алдырығыҙ, уҡығыҙ. Алдағы аҙнала ла бүләктәр һеҙҙе көтә! Киләсәктә лә бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!
“Даирә”ләр.