Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
16 Июнь 2022, 09:35

"Хәҙерге тормош ожмах кеүек"

Донъяның әсеһен дә, сөсөһөн дә татыған тыл ветераны, Шәрипҡол ауылында йәшәүсе Нәжибә Сурағолова бөгөнгө тормошто ожмахҡа тиңләй. 

"Хәҙерге тормош ожмах кеүек"
"Хәҙерге тормош ожмах кеүек"

Йылдар үткән һайын Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле тотош бер дәүерҙең хәтирәләрен күңелдәрендә йөрөтөүсе тере легендалар кәмей бара. Килер бер көн, был заман тарихын бәйән итеүселәребеҙ ҙә ҡалмаҫ. Шуға күрә беҙгә ололар һөйләгән хәтирәләрҙе ваҡытында яҙып алып ҡалырға кәрәктер. Был яҡтан Шәрипҡол ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Салауат ҡалаһында донъя көтөүсе Әғзәм Сурағолов өлгө булырлыҡ. Ул әсәһе - Шәрипҡол ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Нәжибә Сурағолова һөйләгәндәрҙең барыһын да видеоға төшөрөп һаҡлап ҡуйған. 90 йәшлек юбилейына аяҡ баҫыусы Нәжибә инәй менән беҙгә лә күрешеп һөйләшергә һәм уның күргән-белгәндәрен ҡағыҙ биттәренә теркәргә насип булды.

Нәжибә Сурағолова Шәрипҡол ауылында тыуып үҫкән һәм бөгөнгө көндә лә ошо ауылда яңғыҙы гөрләтеп донъя көтә, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса үҫтерә. Тормош иптәше, хеҙмәт ветераны Шакирйән Сабирйән улы менән алты бала – ҡыҙҙары Фәһиә, Райхана, Мәрзиә, улдары Әғзәм, Әхәт, Ғаязды матур итеп тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа, йорт хужаһы 16 йыл элек яҡты донъянан китеп барған. Әлеге көндә балаларының дүртәүһе Салауат ҡалаһында, бер ҡыҙы Алайғырҙа донъя көтә. Йыраҡта йәшәһәләр ҙә, улар ҡайтып әсәйҙәренә ярҙам итеп торалар. Бигерәк тә Мәрзиә ҡыҙы оло ярҙам күрһәтә. Нәжибә инәйгә бала ҡайғыһы кисерергә лә тура килә, 59 йәшендә генә Әхәт улы мәрхүм булып ҡуя. Бала һәм үҫмер сағы һуғыш һәм унан һуңғы йылдарға тура килгән Нәжибә Сәғиҙулла ҡыҙы әлеге ваҡытта 16 ейән-ейәнсәргә һәм 25 бүлә-бүләсәргә бәхетле өләсәй булыу шатлығы кисерә һәм бөгөнгө етеш тормошҡа шөкөр итеп йәшәй белә.

 - 1942 йылдың февраль айында атайым Сәғиҙулла Ғатаулла улы Хәмитовҡа повестка килгәнен бөгөнгөләй хәтерләйем. Ул саҡта миңә 9 ғына йәш ине. Бер туған Зиннәтулла абзыйым уның урынына иген келәтендә эштә ҡалды. Фәйез туғаным ул саҡта тыумаған да ине әле, апрелдә генә тыуҙы. Береһе хәбәр иткән булдымы икән, йылғалар ташҡан саҡта инәйем 15 көнлөк улын күтәреп, ә Ғәйниямал еңгә аҙыҡ күтәреп атайыма ҡаршы киттеләр. Ныҡ һыу шәп булды ул йылды, Олокүлдең әрәмәһенән кәмәгә ултырҙыҡ һәм Охлебнино ауылы яғына барып сыҡтыҡ, тинеләр. Ҡайһы ерҙә осратҡандарҙыр атайымды, уныһын хәтерләмәйем. Шул уҡ йылдың 17 авгусында бер туған абзыйым да һуғышҡа китте. Уның келәт асҡыстарын Мәрхәбә апай алып ҡалды. Машина юҡ ул ваҡытта, күмәк кеше аттарға тейәлеп, гармундар менән оҙатып ҡала торғайнылар. Йәшлек инде, военкоматтан тура станцияға кем уҙарҙан ярышалар, әйтерһең, һабантуйға баралар. Атайымдың да, абзыйымдың да тәүҙә хаттары килеп торҙо. Ҡулы яраланып, атайым өс ай госпиталдә ятып сыҡҡан. Ҡайтырмы икән тигәйнек, ҡайтарманылар. 1943 йылға тиклем хаттар килеп торҙо атайымдан. Һуңғы хатында: “Туғыҙ тапҡыр һуғышҡа кереп сыҡтыҡ. Хоҙай һаҡлағандыр, шинелемде генә йыртты. Награда бирергә яҙып алып киттеләр”, - тип яҙғайны. Шунан һуң үлде тигән дә, тере тигән дә хәбәре булманы. 1943 йылдар тирәһендә абзыйымдан да хаттар туҡтаны, - тип хәтергә ала Нәжибә инәй һуғыш башланған йылдарҙы.

Зинәтулла абзыйы һуғышта ҡаты яраланып, контузия алып иҫһеҙ ятҡан саҡта әсирлеккә эләккән булған һәм ауылға “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙы килә.

 - Һуғыш баҫылғас, май-июнь айҙары булды шикелле, урамда китеп барған саҡта Олокүлдән килгән уҡытыусы Шәкирә апайҙың: “Өс йыл хаты килмәгән кешенән хат бар”, - тип Асия еңгәйгә әйткәнен ишетеп ҡалдыҡ. Бына инәйем яулығын ипләп ябына-ябына Асия еңгәләргә табан килә. “Еңгә, һөйөнсө”, - тип һөрәнләй ҙә һалды Асия еңгә. Аңарсы булмай, Шәкирә апай күтәрмәлә хат уҡый ҙа башланы, шул арала тыңларға әллә ҡайҙан кеше лә йыйылып киткән. Шунан башлап абзыйымдан хат килә башланы. Аҙаҡ һуғыштағы хәлдәрҙе, әсирлектән ҡасып йөрөгән мәлдәрен илай-илай һөйләй торғайны бахырҡайым. Уйлап ҡарағыҙ, ул саҡта ни бары 18 йәшлек бала булған бит. Абзыйым һуғышҡа китеп барған саҡта юлда Хәйбулла ағайҙы осратҡан. Командирҙары уларға 5 минутҡа ғына һөйләшергә ваҡыт биргән. Ә уға тиклем ауылда Хәйбулла ағайға ҡара ҡағыҙ килгән ине. Абзыйым шул осрашҡан саҡта: “Хәйбулла ағай, һин тере икәнһең дә баһа. Ауылда һинең өсөңдө, етеңде, ҡырҡыңды уҡыттылар бит”, - тигән. Баҡтиһәң, икенсе кеше менән исем фамилиялары тура килгән булған. Шул ваҡытта Хәйбулла ағай: “Ҡайҙа китеп бараһығыҙ, беләһегеҙме?” – тип һораған. Абзыйым ҡайҙа китеп барғандарын да белмәгән. “Һеҙ Сталинград һуғышына китеп бараһығыҙ бит” – тигән Хәйбулла ағай һәм үҙенең: “Атыу тауышы ишетһәң, тороп йүгермә, ергә һылаш”, - тигән кәңәштәрен дә әйтеп киткән. Уның кәңәшен тоттом, шуға ла тере ҡалғанмындыр, тип әйтә торғайны абзыйым.

Бер иптәше менән әсирлектән ҡасырға булған ул, тик шунда уҡ арттарынан эт менән сыҡҡандар. Килеп йәбешкән эт абзыйымды ысҡындыра ла, һаман ҡасып барған дуҫына йәбешә. Теге эт менән һуғышҡан саҡта, был ҡасып өлгөрә. Ҡасып та ҡайҙа барһын инде, ни таныш ер түгел, ни компас кеүек нәмә юҡ. Ҡайһы яҡҡа барырға ла белмәй, өс ай буйы урман араһында йөрөгән, ашарға булмағас, үлән һәм ағас ҡайрыһын сәйнәп ашарға тура килгән. Шулай йөрөй торғас, барыбер кире икенсе лагерға барып эләккән, - тип һөйләй Нәжибә инәй абзыйы менән булған хәлдәрҙе.  

Һуғыш тамамланғас та тормош тиҙ генә яҡшырып китмәгән. Йәштәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы емерелгән ҡалаларҙы тергеҙергә, төҙөкләндерергә эшкә ебәрә башлайҙар. Зиннәтулла абзый ҙа һуғыштан һуң бер нисә йыл эшләгәндән һуң ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.

- Һуғыш ваҡытында инәйем бер үҙе өс бала менән тороп ҡалды. Ярай әле һыйырыбыҙ булды, шул ҡотҡарҙы беҙҙе аслыҡтан. Аҡса юҡ, ураҡтан ҡайтҡандарҙың һәр береһен тентеп ҡайтаралар. “Инәйең арыш алып ҡайтманымы?” – тип балаларҙан һорап йөрөйҙәр, хатта. Кеше ашамай ғына эшләргә тейеш ине. Һыңар ус арыш йә ыуылмаған арыш башағы алып ҡайтҡан өсөн күптәрҙе төрмәгә ултыртып ҡуйҙылар. Ошаҡсылар күп булды. Шундай аламалыҡтарҙы иҫкә төшөргө лә килмәй, хатта. 14 йәшемдән эшкә сыҡтым. Көндөҙ эшләйһең, төнгөлөккә тағы арыш елгәрергә алып сығып китәләр. Аттар юҡ, үгеҙ егеп эшләнек. Ә ул үгеҙҙе тыңлатып та булмай. Үгеҙ менән тракторға һыу ташырға ҡушып ҡуйҙылар миңә бер заман. Трактор артынан үгеҙ менән һыу йөрөтәм. Көнө буйы үгеҙ ҙә, мин дә ас. Тракторсыларҙы ашаталар, мине ашатыусы кеше юҡ. Үгеҙҙе  үҙем ашатып алған булам.

Һуғыш барған йылдарҙа бер заман көҙ көнө эштән һуң кисләтеп кенә бәләкәй арба һөйрәп, инәйем менән Хәҙисә еңгәйгә ике ҡыҙ эйәреп, Кәшәүәнгә утынға барҙыҡ. Көҙгө көн, ҡараңғы тиҙ төшә. Урманға кергән саҡта билдәләр ҡуйып барҙыҡ, барыбер ҡайтҡан саҡта аҙаштыҡ та ҡуйҙыҡ, урмандан сыға алмайбыҙ. Шулайтып йөрөй торғас, Покровкаға барып сыҡҡанбыҙ. Ул ваҡытта кеше ишек асмай, тәҙрә аша ғына бригадирға барығыҙ тип ебәрҙеләр. Фатирға индерҙеләр, йоҡлап булмай. Таң һыҙылып атып килгәндә, бер ағай беҙҙе юлға төшөрөп ҡайтарып ебәрҙе. Утыныбыҙҙы ташламаныҡ барыбер, алып ҡайттыҡ, яғырға юҡ бит. Бүре күп ине ул саҡта, бүре ашағандыр инде быларҙы, тип ҡурҡып бөткәндәр өйҙәгеләр. Бала бәхетен күреп үҫмәнек инде, атай ҙа юҡ, әпәй ҙә юҡ тигән кеүек. Магазин тигән нәмә булманы. Ут яғырға шырпыһы юҡ. Кемдең төтөнө сыға, шунан ут алабыҙ. Ивановка, Күлләр ауылдарына барып ул-был һатып алып ҡайтабыҙ. Ҡайнатылған Усолка тоҙон урам буйлап стаканын 30 һум менән һатып йөрөйҙәр ине. Ул тоҙҙоң сығышы ла юҡ. Шырпы һуғыштан һуң ғына сыға башланы. Һабынды ул саҡта литрлап һаталар ине. Кәрәсине лә булманы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, кеше йәшәргә тырышты. Нисек кенә ауыр булмаһын, инәйем һыйыр, кәзә, тауыҡ, ҡаҙ аҫраны. Ул-былға алыштырып бесәнен һатып ала торғайны. Эй, һөйләһәң күп инде. Тауыҡтарға бәрәңге ҡабығын, ә ҡаҙҙарға аттарҙың тиҙәген йыйып ашата инек. Инәйем үҙе бәләкәй генә, сибек ҡатын булһа ла донъя көтөргә тырышты, беҙҙе ас тотманы, рәхмәт төшкөрө.

Һуғыш баҫылғас, өйҙә кис көнө өйрә ашап ултыра инек, бер немец ҡасҡын килеп керҙе. Инәйем уны ла ашарға ултыртты. Теге илай-илай нимәлер һөйләй, беҙ бер нәмә аңламайбыҙ. Беҙҙекеләр ҙә шулайтып йөрөгәндер инде тип, инәйем ҡушылып илай. Шәкәр заводына әсирҙәрҙе килтергән булғандар, шунан ҡасып килгән икән был.

Эй, балаҡайым, ул беҙ күргән этлектәрҙе Хоҙай күрһәтмәһен, донъялар имен, тыныс булһын. 14 йәштән алып хаҡлы ялға сыҡҡансы сөгөлдөр баҫыуында бил бөктөм, тракторсыларға аш бешерҙем, эшләмәгән эш ҡалманы. Тормош иптәшем дә колхозда эшләне. Күп күрҙек инде, аслығын да, яланғаслығын да. Хәҙер уны һөйләһәң, кеше ышанмаҫ. Шөкөр, ошо йәшемә етһәм дә, һыңар күҙ менән булһа ла, гәзиттәр уҡыйым, тик ҡолаҡтарым ғына насар ишетә башланы. Аллаға шөкөр, пенсияһы ваҡытында килеп тора, хәҙерге тормош ожмах кеүек, - тип барына шөкөр итеп йәшәй күпте күргән, күпте кисергән Нәжибә Сурағолова.

Тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татыған Нәжибә инәйгә ошо матур тормошҡа ҡыуанып, яҡындарының йылыһын тойоп тағы ла оҙаҡ йылдар бәхетле ҡартлыҡ кисереүен теләйбеҙ.  

Розалия НАЗАРОВА

Автор фотоһы            

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: