Даирә
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
14 Ғинуар 2022, 10:03

”Гәзит - берҙәм хеҙмәт емеше”, - ти уҙаман

Район хәбәрҙәре, унда бул­ған ваҡиғаларҙы, уның кеше­лә­ре тураһында ҡайҙа тәф­­­сирләп яҙалар? Әлбит­тә, район гәзитендә. Ҡайһы бе­рәү­ҙәр: “Бөгөн интернет заманы”, - тиер. Ләкин яңы буяу еҫе аңҡып торған гәзит­те ҡулыңа алып уҡыуға ет­мәй инде. Ә бит гәзиттә бик күп мәғлүмәттәр туплана. Бөгөн районда иҡтисади, социаль һәм рухи яҡтан кү­тә­релеш күҙәтелә. Үткән йылда ҡоролоҡ шарттарҙа район эшсәндәре ҙур күләмдә ашлыҡ йыйып алыуға иреш­теләр. Был бит ауылдарҙың ныҡлы булыуы, кадрҙарҙың егәрле­ле­ге, етәкселәрҙең көс­лө булыуы тураһында һөйләй. Һуңғы йыл­­­дарҙа бер-бер арт­лы етеш­тереү-сәнәғәт предпри­ятиелары барлыҡҡа килә. Районда тиҫтәләрсә социаль объект яңыртылды, төҙөл­дө. Беҙ, редакция хеҙмәт­кәр­ҙәре, ундай ваҡиғалар ту­­ра­­­һында ғорурланып һөйләйбеҙ.

”Гәзит - берҙәм хеҙмәт емеше”, -  ти уҙаман
”Гәзит - берҙәм хеҙмәт емеше”, - ти уҙаман

90 йылдан артыҡ тарихы булған баҫмала районда булған ваҡиғалар халыҡҡа ваҡытында еткерелә. Бы­ның өсөн гәзит редакция­һында эшләүселәр бик күп көс һала. Уларҙың береһе Зөләйха Узакова байтаҡ йылдар верстка бүлегендә хеҙмәт итте. Бындағы эште ул биш бармағы кеүек белә.
Тыумышы менән ул Үз­бәкс­тандың Бохара ҡалаһы­нан. 1960 йылда әсәһенең тыу­ған яғына – Башҡор­тос­тан­ға ҡайтырға ҡарар итә­ләр һәм Ҡырмыҫҡалыла төп­лә­нә­ләр. Бала саҡтан йыр-моң­ға әүәҫ, районда үт­кә­­релгән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан Зөләй­ха­ны райондың мәҙәниәт бү­ле­ге­нә эшкә саҡыралар. Ҡыр­­мыҫ­ҡалыла ғына түгел, рес­публика ауыл һәм ҡала­ларында, хатта Ырымбур өлкәһенә лә барып концерт номерҙары менән сы­ғыш яһай­ҙар, театрҙар ҡу­­йып йө­рөйҙәр. Күп тап­ҡыр лауреат исеменә лайыҡ булалар. Бай­таҡ йылдар мә­ҙә­ниәт бүлеге директоры ке­­үек яуаплы вазифа баш­ҡа­рырға ла тура килә уға. Шулай итеп, 23 йыл ғүмерен мәҙәниәт өлкәһенә бағыш­лай.
Бергә театрҙар ҡуйып йө­рөгән район гәзите ре­дак­ци­яһы мөхәррире Миҙ­хәт Рә­жәпов 1994 йылда уны урын­дағы радиоға тап­шы­рыуҙар алып барырға дик­тор итеп эшкә саҡыра. Бер нисә йыл унда эшләгәс, төрлө сә­бәптәр буйынса ра­дио ябыла һәм Зөләйха Чул­ли ҡыҙы ре­дакцияның баш­ҡорт телендә нәшер ите­леүсе бүлегенә эш­кә кү­сә. Әхәт Юлмөхәмәтов, Зи­фа Йәрмөхәмәтова, Сай­ма Рә­химова менән бер бү­лек­тә эшләйҙәр. Редакцияға ком­пь­ютерҙар ҡайтарылғас, баш­ҡорт телендә заманса тех­никаны үҙләштерергә ту­ра килә. Тәүҙә башҡорт телендәге текстарҙы йыйһа, һуңынан татар бүлегенә верстка буйынса инженер итеп күсерәләр.
Үткән быуат аҙағында район баҫмаһы гәзит уҡыу­сылар араһында хаҡлы рә­үештә абруй менән фай­­­ҙа­лана. Айырыуса ауыл ерендә йәшәүселәрҙең ба­рыһы ла тиерлек район баҫ­маһын алдыра. Һәр ауылда гәзиткә мә­ҡәләләр ебәреп тороусы ауыл хәбәр­се­лә­ре барлыҡҡа килә. Улар үҙ кол­­лек­тивтарының уңыштары һәм етешһеҙлекләр тура­һын­да ҙур теләк менән сы­ғыш яһаны һәм гәзитте уҡым­лы итеү өсөн үҙ фекер­ҙәрен белдерҙе. Ҡыҫҡаһы, уларҙың һәр береһе гәзитте эстәлекле итеү теләге менән янды. Тәнҡит мәҡәләлә­ре­нә лә һәр саҡ урын бирелде, етешһеҙлектәр тикшерелде һәм тейешле саралар күрел­де. Һәм, әйтергә кәрәк, проблемалар һәр сак тиерлек ыңғай хәл ителде. Шу­ның йоғонтоһо арҡаһында гәзиттең абруйы ла артты. Бигерәк тә ауыл хужалығы, етештереү тармағында эш­ләүселәр тураһындағы яҙ­ма­ларҙы ха­лыҡ яратып ҡабул итте. Ауыл хәбәр­селәренең әүҙемлеген һәм шул уҡ ваҡытта абруйын арттырыу маҡсатында йылына бер тапҡыр иң әүҙем хәбәр­се­ләрҙе саҡырып, тантаналы шарттарҙа йыйы­лыштар үт­кәрелә һәм уларға бүләктәр тапшырыла.
- Оҙаҡ йылдар бергә эш­ләгән хеҙ­мәттәштәрем – гә­зит мөхәррире Миҙхәт Рә­­жәпов, дубляж бүлеге мө­дире Эльза Саттарова, текстар йыйыу буйынса опе­­­ратор Рәшиҙә Хәби­бул­лина, тәржемәсе Ләйлә Бакирова, корректорҙар Ғәлиә Сәлимова, Фариҡа Мөхә­мәт­ғәлина һәм башҡалар менән ҡулға-ҡул тотоношоп тигәндәй эшләнек. Һуңы­нан бүлеккә Венера Ғафарова, Гөлназ Хисамова, Эльви­ра Ямалетдинова, Гөлсәсәк Йөҙ­лөк­баева килделәр. Уларҙың һәр береһе эштәренә бирелгән тәжрибәле хеҙмәт­кәрҙәр булдылар. Гәзит сығарыуҙан баш­ҡа, китаптар, бланктар баҫа инек. Коллективыбыҙ бик татыу булды, шат­лыҡтарын да, ҡай­ғыларын да бергә бү­леш­тек. Замана нисек кенә ауыр булһа ла, эштә лә тырышып эшләнек, бала­ла­ры­быҙҙы ла уҡытырға тырыштыҡ, кол­хоз­ға ла ярҙам итергә ваҡыт таба – ба­ҫыуҙарҙа сөгөлдөр уташа инек. Һәм гә­зиттең бер һаны ла сыҡ­майынса ҡал­маны. Күңелле итеп эшләнек тә, ял итә лә белдек.
Тәбиғәт ҡосағында Матбуғат көндә­рен һәм башҡа байрамдарҙы күңелле итеп үткәрә инек. Элекке мөхәррир Миҙ­хәт Рәжәпов барыбыҙҙы йыйып еләк-емеш совхозына еләк, урманға бәш­мәк йыйыр­ға алып барған саҡтар ҙа яҡты хәтирәләр булып һаҡлана. 8 март, Яңы йыл байрамдарын бергәләшеп үткәрҙек.
Бергә эшләгән өлкән һәм йәш быуын хеҙмәттәштәремде йыш ҡына һағынып иҫкә алам. Уларҙың һәр береһе гәзит сы­ға­рыуҙа үҙҙәренең тос өлөшөн ин­дерҙе һәм ҡайһы берәүҙәре бөгөн дә эшләүен дауам итә, - ти Зөләйха Чулли ҡыҙы, хә­ти­­рәләргә бирелеп. - Инде күптән хаҡлы ялда булһам да, гәзиттең һәр һанын кө­төп алам. Ул киләһе көндө әллә нисә тап­ҡыр сығып, почта тартмаһын асып ҡарайым. Уға айырым ваҡыт бүлеп, хә­ре­фен дә төшөрөп ҡалдырмайынса уҡып барам. Бөгөн район гәзите өсөн генә тү­гел, хатта өлкә һәм үҙәк баҫмалар өсөн ҡат­марлы осор, сөнки һәр өйҙә телевидение, интернет селтәре, компь­ютерҙар бар. Ләкин район баҫмалары “йәшә­һен”, уны алдыр­һындар, уҡы­һындар ине. Форсаттан файҙаланып, хеҙмәт­тәш­тәремде Рәсәй матбуғаты көнө ме­нән ҡотлайым һәм һәр береһенә иҫән­­лек-һаулыҡ, ижади уңыштар телә­йем, - тип изге теләктәрен еткерҙе мат­буғат ветераны.
Бөгөн Зөләйха Узакова хаҡлы ялда. Балаларының иғтибарын, ейәндәренең хөрмәтен тойоп ғүмер итә. Ҡыҙҙары Әлфиә кейәүе Ильяс менән Ҡырмыҫ­ҡалы ауылында йәшәйҙәр. Ҙур итеп йорт һалып ингәндәр. Ейәне Руслан армия хеҙмәтендә булып, бөгөнгө көндә Көн­сығыш иҡтисад-юридик акамедия­һында уҡый. Икенсе ҡыҙы Зөлфиә - Һаҡлыҡ банкында, кейәүе Денис “Газпром”да эшләй. Ейәне Артемға 14 йәш – ул гимназияла 8-се класта уҡып йөрөй. Зөләйха Чулли ҡыҙы әлеге ваҡытта улы Марат менән бергә йәшәйҙәр. Ләкин ул бер минут та тик ултырырға яратмай: баҡсаһында күп төрлө гөл-сәскәләр үҫтерә, ейәндәрен ҡараша.
Венера Баҡыева.
Фото ғаилә архивынан алынды.

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: