Хәтерләүегеҙсә, был конкурста бүләктәр квитанцияһын тотоп, сара булаһы урынға килгәндәр араһында ғына уҙғарыла ине. Эпидимиологик хәлгә бәйле, быйылғы акция онлайн-форматта үтте.
Акцияла ҡатнашыуҙың төп шарты – “Даирә”, “Кармаскалинская новь” һәм “Үзән” гәзиттәренең береһенә кәм тигәндә алты айға яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға ебәреү. Быйыл 100-ҙән артыҡ квитанция ҡабул ителде. Автомобилист йыйылмаһы, компрессор, заряд йыйыу ҡоролмаһы, ОСАГО 24/7 агентлығына 500, 800 һәм 1000 һумлыҡ сертификат һәм башҡа бүләктәр иғәнәселәребеҙ – Мәктәп-ара уҡыу комбинаты директоры Хәсән Ибраҡов, күп функциялы страховка үҙәге етәксеһе Айрат Ғирфатов һәм район гәзиттәре редакцияһы тарафынан әҙерләнде.
Шулай итеп, беҙҙең еңеүселәребеҙ - А.Мәсәғүтова, Р.Рәхмәтуллина, А.Ғәбитова, О.Йыһаншина, И.Биктимеров, Ю.Лукст, А.Әсәҙуллина, Ф.Суликәев, Р.Ҡолбахтина (Ҡырмыҫҡалы ауылы), Л.Биктимерова, Н.Баһауетдинова (Константиновка), А.Волков (Ҡамышлы), Г.Хәсәнова (Үтәгән), Р.Сәйфетдинов (Һәүәләй), З.Ҡолғонина (Ҡарлыман), Р.Ғарипова (Яңы Ҡыйышҡы), А.Сөләймәнов (Боҙаяҙ) һәм Е.Екимов (Подлуб).
Ә кемдәргә әлегә уңыш йылмаймаған, күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Алдағы көндәрҙә лә бүләктәр уйнатыу көтөлә, шуға күрә гәзиттәргә яҙылып, квитанцияларығыҙҙы ебәрергә һуң түгел.
Наҙгөл БАЙРАМОВА.
Светлана КАРПОВА фотоһы.