Даирә
+21 °С
Облачно
Матбуғат
3 Декабря 2020, 10:25

Төп бүләк – Түбәнге Төкөн ауылында

Вәғәҙә иткәнебеҙсә, редакцияла 2 декабргә тиклем квитанцияларын ебәреүселәр араһында бүләктәр уйнатылды.

Был юлы уңыш Ибраһим ауылынан Миләүшә Хажиеваға, Түбәнге Төкөн ауылынан Тәлиға Бикҡужинаға, Нәсимә Мөхә­мәт­йә­новаға, Бишауыл-Уңғар ауылынан Рәйфә һәм Зөһрә Искәндәроваларға йылмайҙы. Улар шәхси эшҡыуар Любовь Ясакованың биҙә­үестәр магазинынан матур-матур муйынсаҡтар һәм сәй бешереү өсөн ҙур сәйнүк отто.Шулай уҡ төп бүләк – “Мир улыбки” стоматология үҙәгенә сертификат Түбәнге Төкөн ауылынан Әхмәт Ниғмәтйәновҡа сыҡты.Кемдәргә бүләктәр сыҡмаған, бошонмағыҙ. Алда тағы ла бүләктәр уйнатыласаҡ, ятып ҡалғансы, атып ҡалығыҙ!
Читайте нас