Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
3 Декабрь 2020, 15:33

“Ауылдаштарым баҫмаларға дәррәү яҙыла”

Ҡарлыман ауылында мин белгәндән алып, үҙ эшен яратып, тырышып башҡарған почтальондар эшләне. Бала саҡта Рәшит Хөсәйенов ағайҙың бик оҙаҡ йылдар ваҡытлы баҫмаларҙы район үҙәгенән ат менән барып алып, ауыр сумкаһын күтәреп өйҙән-өйгә гәзит-журналдар, хаттар таратып йөрөгәне иҫтә ҡалған. Унан һуң Рәсимә Мәхмүтова апай байтаҡ йылдар почта бүлексәһендә лә эшләне, балалары менән гәзиттәрҙе лә таратты. Уларҙан һуң был вазифаны Рәйлә Ғәҙелшина апай башҡарҙы. Бына ете йыл инде был эште ауылдашыбыҙ Илмир Ғайсаров намыҫлы дауам итә. Баҫалҡылығы, кешеләр менән уртаҡ тел таба белеүе һәм баҫмаларҙы ваҡытында таратҡаны өсөн ауыл халҡы ла уның эшенән ҡәнәғәт.

Илмир Әхмәт улы мәктәпте тамамлағандан һуң армия сафтарында хеҙмәт итә. Хәрби бурысын үтәп ҡайтып, һис икеләнмәйенсә яҙмышын тыуған ауылы менән бәйләй. Егерме йыл урындағы колхоз фермаһында малдар ҡарай. Колхоз тарҡалғандан һуң почта таратыу эшенә тотона. Ауылдың уңған ҡыҙы Земфира менән ғаилә ҡороп, матур донъя көтәләр. Үҙ көстәре менән күркәм йорт һалып инделәр. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Ҡыҙ­ҙары Эльвира урта мәктәпте тамамлап, Ауырғазы киң про­филле колледжында уҡып йөрөй.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)Гөлсәсәк Аласова.Автор фотоһы.
Читайте нас: