Даирә
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
10 Июнь 2020, 17:29

Һәр йортҡа гәзит-журналдар килһен

Бәләкәй саҡта ауыл урамы буйлап хат ташыусы атлап килгәнен күреп ҡалһам, уның ҡаршыһына сығып, гәзит-журналдарҙы почта йәшнигенә төшөртмәйенсә, ҡулынан алып китә торғайным. Атай-әсәй эштән ҡайтҡансы, гәзит-журналдарҙы уҡып та сыға инек. Беҙҙә матбуғатҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләгәндәре, балалар өсөн сығарылған барлыҡ гәзит-журналдарға яҙылғандары өсөн уларға ҙур рәхмәт. Әле лә хат ташыусылар менән күрешкәндә, шул ваҡыттар иҫкә төшә, һағындыра.

Үтәгән ауылының хат ташыусыһы Эльвира Бикҡолова ла үҙенең бала сағын нәҡ шулай хәтерләй.
- Беҙ үҫкәндә гәзит-журналдар өйгә ҡосаҡ-ҡосаҡ килә торғайны. Яңы баҫылған гәзиттәрҙең еҫе әле лә хәтеремдә. Бәлки, шуғалыр ҙа хат ташыусы эше күңелемә яҡындыр, - ти ул.
Эльвира Бикҡолова бына өс йыл инде ауылдаштарын яңылыҡтар менән таныш­тырып тора, ваҡытлы мат­буғат­ты, квитан­цияларҙы Яңы Ҡыйышҡы ауылынан барып алып ҡайтып, йорт һайын таратып сыға. Шулай уҡ почтанан алып ҡайтҡан тауарҙарҙы һатыу ҙа уның бурысына инә.
Эльвира Әхмәт ҡыҙы күрше Яңы Ҡыйышҡы ауылында тыуып үҫеп, Үтәгән ауылына килен булып төшә. Кейәүгә килгәнсе Ҡырмыҫҡалы һөнәр­селек училищеһының бух­галтерҙар курсын тамамлай. Иҫәп-хисапты яҡшы белеүе арҡаһында магазинда һатыусы булып эшләй. Рәүфил Рауил улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Улдары Руслан армияла хеҙмәт итеп ҡайтып, Ҡарлыман тимер юлы станцияһында эшләп йөрөй. Ҡыҙҙары Илүзә костюмдар буйынса рәс­сам-дизайнер белгес­леген алып, баш ҡалала эшләй. Кесе ҡыҙ­ҙары Эльвинаға 11 йәш. Ә ғаилә башлығы Ҡабаҡ кирбес заводында - һаҡсы.
Бикҡоловтарҙың йорт эсе ботаника баҡсаһын хәтерләтә. Әллә нисәмә төрлө фиалкаларҙан башлап, түбә таҡтаһына тиклем үҫкән ағас гөлдәренең ниндәйе генә юҡ. Ғөмүмән, зауыҡ яратҡан хужабикә һәр бер мөйөштө үҙ ҡулдары, фантазияһы менән биҙәгән. Гөлдәр араһында, стеналарҙа күбә­ләктәре лә, ҡоштары ла һоҡланырлыҡ. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә бәйләм тоторға ла ярата икән ул. Диван, ҡәнәфиҙәргә үҙе бәйләгән сағыу биҙәкле япмалар ҙа бәйләп ҡуйған.
- Ауыл ерендә йәшәгәс, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрамай, йәшелсә-емеш үҫтер­мәй ҙә булмай. Бар нимәгә лә тормош иптәшем менән өлгөрөргә тырышабыҙ. Күрше ауылдан почтаны барып алырға ла ул ярҙам итә, - ти Эльвира Әхмәт ҡыҙы.
Эйе, почтальон хеҙмәте еңел түгел. Улар ҡышҡы һалҡындарҙа ла, юлдарҙы буран баҫып китһә лә, ел-ямғыр булһа ла, гәзит–журналдарҙы ваҡытында тапшырырға тейеш. Ауылдаштары өсөн тырышып хеҙмәт иткән хат ташыу­сы­ларҙың эшен аңлап, ваҡытлы мат­бу­ғаттың артабан да йәшәүенә булышлыҡ итеп, гә­зиттәргә яҙылып ҡалыу мәлен файҙала­нып ҡалайыҡ, дуҫтар.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: