Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
14 Май 2020, 15:55

“Милли матбуғат - милләт ҡулында”

Хөрмәтле дуҫтар! Киләһе ярты йыллыҡҡа матбуғатҡа яҙылыу дауам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, гәзиттәргә почта бүлексәләрендә, шулай уҡ https://rbsmi.ru/ сайты аша яҙылырға мөмкин. Район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Нәргизә Закирова “Даирә” менән дуҫлығын нәҡ ошо сайт аша “оҙайтҡан”.

- Туған тел, мәҙәниәт, мәғариф, матбуғат – үҙ-ара тығыҙ бәйле төшөнсәләр, уларҙың береһе генә бөтһә лә, ҡалғандары ла ҡаҡшаясаҡ. Башҡорт матбуғаты – башҡорт ҡурайы, башҡорт ҡымыҙы, башҡорт балы кеүек үк күҙ ҡараһындай ҡәҙерләп һаҡлауға мохтаж ҡиммәтебеҙ. Халҡыбыҙҙың рухи именлеге мәнфәғәтендәге мөҡәддәс бурыс итеп тойоп, баҫмаларыбыҙға ярҙамды һәр ҡайһыбыҙ үҙенән башлаһын ине. Әйткәндәй, сайт бик уңайлы. Өйҙән сыҡмай ғына 5 минут эсендә яратҡан гәзитемә яҙылдым, - ти Нәргизә Булат ҡыҙы.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Читайте нас: