Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
16 Апрель 2020, 15:51

Яңы мөмкинлектәр уңайлы

Матбуғатҡа яҙылыу өсөн почтальондарҙы өйҙә саҡыртыу мөмкинлеге барПандемия хәүефе янаған ос­раҡта ла тормош туҡтап ҡалмай, өлкән­дәргә пенсия таратып, ком­муналь хеҙмәттәр өсөн түләү­ҙәрҙе үткәрергә кәрәк. Ауыл­дарҙа йәшәүселәр почтальон­дарҙы кө­төп ала, әммә өлкән йәштәгеләр хәүефһеҙлек ҡағи­ҙәләре үтәлеүен талап итә. Адресаттарҙың йорт­тары­на йөрөүсе почтальондар мах­­­сус кейемдә эшләй. До­ку­мент­­­тарҙы метр ярым алыҫлыҡта тап­шыра. Иха­таға инер алдынан ҡулдар анти­септик менән таҙар­тыла.

Әлбиттә, махсус ке­йем­дә эш­ләү почта хеҙ­мәт­кәрҙәре өсөн ғәҙәти бул­маған күренеш. Әммә поч­тальондар, изоляция осо­ронда һаҡланыу сара­лары мөһим, тигән фекерҙә.
Почта хеҙмәтендә тағы ла яңылыҡтар барлыҡҡа килде. Бөгөнгө көндә ниндәй ҙә булһа баҫмаға яҙылыуҙы өйҙән сыҡ­майынса башҡарырға мөмкин. Быны мобиль ҡушымтала йәки “Рәсәй почтаһы” сайтында, шу­лай уҡ почтальондарҙа мо­биль почта-касса терминалы аша баш­ҡарырға була. Гәзит-журналдарға яҙылыу өсөн почта бүлексәһенә шыл­тыратып, почта хеҙмәткәрен өйгә саҡыр­тырға мөмкин. Бының өсөн түләргә кәрәкмәй. Почтальон­дар йор­то­ғоҙға килеп, йәнегеҙ теләгән баҫмаға яҙҙыра. Әйт­кәндәй, ҡайһы бер гәзит-жур­нал­дарға яҙылыу кампа­ния­һында ғына түгел, теләһә ҡайһы ваҡытта һәм теләһә ниндәй осорға яҙыла алаһығыҙ. Ярат­ҡан баҫмағыҙҙы һеҙ киләһе ай ба­шынан ала баш­лаясаҡ­һығыҙ.
Бынан тыш, гәзиттәргә Ин­тернет аша яҙылырға ла мөм­кин.
Әлегә хаҡтар элеккесә: “Даирә”, “Кармаскалинская новь” гәзиттәренә яҙылыу хаҡы – 953 һум 82 тин, ә “Үзән” гәзитенә 947 һум 82 тин.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
Почтальондарҙың телефон һандары
Атйетәр почта бүлексәе - 2-96-47, Аҡбашева Зөлфиә Рәшит ҡыҙы
Алайғыр почта бүлексәһе - 2-65-41, Шахморатова Рәмилә Камил ҡыҙы
Ефремкин почта бүлексәһе - 2-65-37, Семенова Алена Вячеславовна
Боҙаяҙ почта бүлексәһе - 2-93-12, Ишмаҡова Рима Венер ҡыҙы
Ҡабаҡ почта бүлексәһе - 2-34-41, Мифтахова Лилиә Ғәлинур ҡыҙы
Ҡарлыман почта бүлексәһе - 2-52-01, Аласова Гөлнара Вәхит ҡыҙы
Ҡырмыҫҡалы почта бүлексәһе - 2-20-31, Әхмәҙиева Лиана Фәнис ҡыҙы
Яңы Ҡыйышҡы почта бүлексәһе - 2-63-44, Хисмәтуллина Айгөл Нәзир ҡыҙы
Ҡамышлы почта бүлексәһе - 2-69-12, Янкина Людмила Михайловна
Прибельский почта бүлексәһе - 2-86-52, Еникеева Лилиә Марат ҡыҙы
Һәүәләй почта бүлексәһе - 2-76-90, Низаметдинова Гөлнара Зәбир ҡыҙы
Сахай почта бүлексәһе - 2-71-45, Яҡупова Гөлфиә Ғәзим ҡыҙы
Олокүл почта бүлексәһе - 2-44-43, Тарасенко Фәнисә Ғилми ҡыҙы
Шайморатов почта бүлексәһе - 2-67-34, Мөхәмәтйәнова Рәмилә Наил ҡыҙы
Иҫке Бәпес почта бүлексәһе - 2-77-02, Хәлитова Фәғимә Фәтҡулла ҡыҙы
Иҫке Муса почта бүлексәһе - 2-61-28, Абдрахманова Нәфисә Рамазан ҡыҙы.
Читайте нас: