- Флүрә Ғәлинур ҡыҙы, театр менән нисә йыл етәкселек итеүегеҙ, нисек режиссер булып китеүегеҙ тураһында һөйләп үтһәгеҙсе.
- Мин 1988 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһының театр режиссеры факультетын бөткәс, Һәүәләй мәҙәниәт йортонда хеҙмәт юлымды башланым. Ситтән тороп, сәнғәт институтын тамамлағандан һуң эшемде район Мәҙәниәт һарайында художество етәксеһе булып дауам иттем. Рәсих Бакиров, Мәҙинә Усманова, Ғәзимә һәм Әкрәм Закировтар менән бер ваҡытта эшләү бәхете тейҙе миңә. Уларҙан күп нимәгә өйрәндем. Ғәзимә Закирова хаҡлы ялға киткәс, сирек быуатҡа яҡын режиссер булдым. Тормош шулай ҡоролған – ололар йәштәргә урын бирә. Бына бер нисә йыл элек минең эшемде йәш, талантлы Нәркәс Хәлитова алмаштырҙы. Ул әлеге ваҡытта декрет ялында.
- “Сатҡылар” халыҡ театры ҡасан барлыҡҡа килгән?
- Быйыл уның барлыҡҡа килеүенә 56 йыл. Ошо йылдар эсендә күпме тарих һаҡлана, күпме спектаклдәр ҡуйылған, күпме үҙешмәкәр артистар төрлө ролдәрҙә уйнаған...
- Әлеге ваҡытта үҙешмәкәр театрҙа нисә кеше йөрөй?
- Бында үҙешмәкәрҙәр, шуға күрә теүәл штат юҡ. Шулай ҙа яҡынса төрлө йәштәге егермеләп артисыбыҙ бар, тип әйтергә була.
- Йыл һайын театр көнөнә тамашасылар өсөн яңы премьера әҙерләнеләме? Быйыл тамашасыларҙы ниндәй спектакль менән шатландырырға уйлайһығыҙ?
- Йыл һайын ошо ваҡытҡа спектаклдең премьераһын күрһәтәбеҙ, йә конкурс-фестивалдәр ойошторабыҙ. Быйыл Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның әҫәре буйынса “Минең ғаиләм” спектакленең премьераһын әҙерләнек. Уны иң тәүгеләрҙән булып Үрге Төкөн ауылы тамашасылары ҡараны. Халыҡтың күпләп килеүе, ихласлығы, алсаҡлығы, уларҙың ысын итеп геройҙарҙың донъяһына инеп, үҙ фекерҙәрен белдереп ултырыуҙары оҡшаны. Был спектаклде тағы ла күрһәтергә дәрт бирҙеләр, тиһәм дә була.
- Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, әлеге көндә театр сәнғәте көнүҙәкме?
- Әлбиттә, шулай. Заманса технологиялар заманы булһа ла, театр һөйөүселәр ысын уйын барышын ҡарарға килә.
- Нисек үҙешмәкәр актер булырға мөмкин? Һәр теләгән кеше булдыра аламы?
- Беҙҙең ишектәр һәр кем өсөн асыҡ. Талантлы, сығыш яһарға теләгән кешеләрҙе көтөп ҡалабыҙ. Махсус әҙерләнергә кәрәкмәй, һәр кем менән шәхсән эшләйбеҙ. Репетиция барышында дикцияны ҡарарға, кемгәлер оялсанлыҡты еңеп сығырға өйрәтәбеҙ.
- Ролдәрҙе нисек бүләһегеҙ?
- “Сатҡылар” театр һөйөүселәрҙе берләштерә. Үҙешмәкәр артистар ниндәй роль бирелһә лә, ризалар. Улар аҡса, дан өсөн йөрөмәй, ә күңел ҡушыуы буйынса, таланттарын асыу өсөн килә. Ә ролдәргә килгәндә, режиссер психолог та булырға тейеш. Ул кешенең холоҡ-фиғелен күреп, уға ярашлы роль бирергә тырыша.
- Үҙешмәкәр актерҙар ниндәй булырға тейеш?
- Театрҙы яратҡан, уның менән мауыҡҡан, сәхнәлә уйнарға яратҡандар килә. Улар ҡыйыу, талантлы булырға тейеш, бер-береңде тыңлай белеү мөһим.
- Ниндәй жанрҙарҙа эшләйһегеҙ?
- Комедиялар, мелодрамалар ҡуябыҙ. Классиканы алыу хыялда бар.
- Спектаклгә әҙерләнеү өсөн күпме ваҡыт китә? Ул нимәнән башлана?
- Өс ай тирәһе. Нисек ролдәрҙе ятлау, декорациялар әҙерләү, костюмдар тегеү, фонограмма... Ғөмүмән, материалдың ҡатмарлылығына бәйле. Үҙешмәкәр артистар эштән һуң киләләр. Аҙнаһына өсәр, дүртәр ҙә була. Спектакль яҡынлашҡас, көн һайын осрашабыҙ.
- Һеҙ ҡайҙан көс алаһығыҙ?
- Тәбиғәттән, саф һауанан (йәйәү йөрөү оҡшай, буранды яратам). Шулай уҡ шәхси ваҡыттарын бүлеп, спектакль әҙерләгән башҡарыусыларҙан.
- Үҙешмәкәр артистарығыҙ тураһында ла һөйләп үтһәгеҙсе.
- Сәхнәлә уйнарға яратҡан кешеләр үҙҙәренең урынын халыҡ театрында тапҡан. Улар театр һөйөүселәргә күңел йылыһын бирә. Мәҫәлән, оҙаҡ йылдар сәхнәбеҙҙең биҙәге булған Фәйрүзә Ҡотлобаеваға ҙур рәхмәтлемен. Фәйрүзә Ҡадир ҡыҙы бар күңелен биреп уйнай һәм эшемдә файҙалы кәңәштәре менән дә ярҙам итә. Әле уның сәләмәтлеге буйынса премьераны кисектерергә булғайныҡ, әммә ул, быға ҡаршы булды һәм үҙенең ролен иҫ киткес килешле итеп уйнаны. Был премьерала шулай уҡ профессиональ артист Рәсилә Иштуғанова менән бер рәттән “Сатҡылар”ҙа иң тәүге уйнаусылар - Ҡырмыҫҡалы ауылынан Әлфиә Солтанморатова, Иҫке Мусанан Илшат Ғәлиәхмәтов, Ҡарлымандан Зөлфәр Хөсәйенов, икенсе һәм өсөнсө тапҡыр уйнаған Ҡырмыҫҡалынан Әлфиә Бикташева һәм Нәргизә Закирова булды. Шулай уҡ тауыш режиссеры Филүс Шәнгәрәев спектаклдәргә көй яҙып, ҙур эш башҡара. Уны икенсе режиссер тиһәң дә була.
- Әңгәмәбеҙ һуңында нимә әйтер инегеҙ?
- Минең Салауат, Сибай, Өфө театрҙарында эшләү мөмкинселегем бар ине, яҙмыштыр, тыуған районымда ҡалырға тура килде. Әммә үкенмәйем, яҡташтарым менән эшләүемә, яҡташ тамашасыларым менән бергә булыуыма ҡәнәғәтмен, бәхетлемен.
- Флүрә Ғәлинур ҡыҙы, ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт әйтәбеҙ һәм театрға бәйле бар кешеләрҙе байрам менән ҡотлайбыҙ. «Сатҡылар»ға уңыштар һәм үҫеш теләйбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева әңгәмәләште.
Автор фотоһы.