Даирә
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Май 2025, 13:50

Яҡты йондоҙ булып балҡый “Йондоҙ”ҙар!

Республикабыҙҙа һәм башҡа сит өлкәләрҙә районыбыҙ данын күтәреүсе “Йондоҙ” халыҡ бейеүҙәре өлгөлө ансамбле 30 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Уларҙы ҡотларға бик күп ҡунаҡтар һәм зал тулы тамашасы килде.

Яҡты йондоҙ булып балҡый “Йондоҙ”ҙар!
Яҡты йондоҙ булып балҡый “Йондоҙ”ҙар!

Юбилей уңайынан “Йондоҙ”ҙар ойошторған йәмле бейеү байрамын асып, район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров:

- Бейеү – ул сәнғәт төрө генә түгел, ә шулай уҡ характер, ныҡышма­лы хеҙмәт, башлағаныңды еренә еткерә белергә, то­тош коллектив менән бер булып йәшәргә өйрәнеү мәктәбе лә. “Йондоҙ” ан­самбле үҙенең бейеүҙәре менән сәнғәт өлкәһенә тос өлөш индерә. Улар районыбыҙ тарихында ҙур эҙ ҡалдыралар, бик күп таланттар үҫтерәләр. Бында ата-әсәләрҙең һәм, әлбиттә, етәкселәрҙең ҙур хеҙмәте ята. 1995 йылда районыбыҙға йәш бел­гестәр – Мөхәмәтгәрәев­тар ғаиләһе күсеп килде. Светлана Мәғбул ҡыҙы ошо ансамблде төҙөй һәм шул саҡта уҡ был коллектив республика һәм федераль кимәлдә төрлө конкурстарҙа, фе­стивалдәрҙә ҡатнашып, районды данлай башлай. “Йондоҙ”ҙоң киләсәге яҡты булыры шунда уҡ аңлашыла ине. 2008 йыл­дан ул өлгөлө ансамбль исемен йөрөтә. Балаларға бейеү серҙәрен өйрәткән остаздар – Гөлназ Хәки­мова һәм йәш белгестәр – Руслан менән Рөстәм Сәйғәфәровтар бөгөн дә райондың бейеү сәнғә­тенә, балаларға тәрбиә биреүҙә һәм уларҙы юға­ры мәҙәниәткә ылыҡты­рыу эшендә ең һыҙғанып эшләйҙәр, - тип, ансамбл­гә яңынан-яңы уңыштар теләгәс, “Йондоҙ”ҙоң етәксеһе Гөлназ Хәкимо­ваға Башҡортостан Респу­бликаһының Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау ҡағыҙын, Руслан менән Рөстәм Сәйғәфәро­втарға район хакимиәте­нең Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы.

Артабан һәр сығышты көслө алҡыштарға күмеүсе тамашасылар рәхәтләнеп төрлө милләт мәҙәниә­тен сағылдырған бейеү донъяһына сумды. Ике сәғәттән ашыу ваҡыт эсендә генә улар берсә Татарстанға, берсә Ҡы­тайға, Кавказға, Ҡалмыҡ республикаһына сәйәхәт ҡылды. Сәхнәне дер һел­кетеп, “Йондоҙ”ҙоң бө­гөнгө составы ла, башҡа йылдарҙың сығарылыш төркөмдәре лә, хатта әсәйҙәр ҙә сығыш яһаны был көндө. Ата-әсәйҙәр үҙҙәренең күңел түренән сыҡҡан рәхмәттәрен бел­дерергә лә онотманылар һәм етәкселәрҙе гөл­ләмәләргә күмде.

Матур тамаша һуңын­да район мәҙәниәт бүле­ге начальнигы Виктория Мөхәмәҙиева, байрам ҡу­наҡтары – Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Фәниә Амантаева, ансамблде төрлө йылдарҙа етәкләүселәр – Зөлфиә Илмурзина, Гөлназ һәм Эмиль Һөйәрғоловтар, Элеонора Лаврентье­ва изге теләктәрен һәм маҡтау һүҙҙәрен яуҙырҙы. Тамашаны оҫта итеп алып барыусы Филүс Шәң­гәрәев йәмле сараға тағы ла йәнлелек өҫтәне.

Бына шундай матур бейеү байрамы менән ҡы­уандырҙылар беҙҙе Ҡы­рмыҫҡалы “Йондоҙ”ҙа­ры. Уларға киләсәктә лә ҙур уңыштар, асыштар, яңынан-яңы бейеүҙәр теләйбеҙ. Гел шулай татыу, берҙәм булып ҡалығыҙ һәм тағы ла оҙаҡ йыл­дар яҡты йондоҙ булып балҡығыҙ!

Розалия БИКТИМЕРОВА.

Автор фотолары.

Автор: Розалия Назарова
Читайте нас