Башҡортостанда 164 милләт вәкиле йәшәй. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенең тарихи, мәҙәни үҙенсәлектәре менән ҡабатланмаҫ. Милли кейем көнө – ата-бабаларҙан ҡалған рухи мираҫҡа, халыҡтарҙың тарихына тағы бер ентекләберәк күҙ һалыу өсөн матур сәбәп тә. Ошо көндә ойошторолған ҡыҙыҡлы, күркәм саралар аша үҫеп килгән быуын да халыҡ мәҙәниәтенең ифрат ҡәҙерле, баһалы, аҫыл төшөнсә икәненә төшөнә, унда тарихи үткәндәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу көсәйә.
Милли кейем көнөн билдәләү – ул Башҡортостандағы күп төрлө милләт халыҡтары араһында берҙәмлекте арттырыуға, татыулыҡ ептәрен нығытыуға бәйле ҙур, мөһим эштәрҙең бер өлөшө лә.
Милли кейем – халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмышының, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы. Борондан милли кейем нәҫелдән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы. Улар әле лә үҙҙәренең матурлығы, сағыулығы менән күҙҙең яуын алып тора.
Олокүл ауылы мәҙәниәт йортонда милли кейем көнөнә арналған “Башҡортостан халыҡтарының милли кейемдәре” тип аталған сағыу һәм ҡыҙыҡлы фольклор сәғәте уҙҙы. Сарала ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары һәм мәҙәниәте менән танышты.
Мәҙәни ойоштороусылар Зөлфиә Абдуллина менән Йондоҙ Бикташева башҡорт, татар һәм рус халыҡтарының милли кейемдәренең бай тарихы һәм үҙенсәлектәре тураһында һөйләнеләр. Улар милли кейемдең ябай кейем генә түгел, ә халыҡтың рухын, намыҫын, мәҙәниәтен сағылдырған, көнкүрешен һәм эстетик традицияларын күрһәткән ғәмәл дә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алдылар.
Сара һуңында “Түбәтәй”, “Кейемдәр тураһында йомаҡтар” уйындары ойошторолдо. “Һәр совет кешеһе нимә алырға хыялланған?” викторинаһы һорауҙары ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Шулай уҡ ҡунаҡтарға республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың милли мәҙәниәтен сағылдырған “Милли кейемдәр” күргәҙмәһе оҡшаны.
Киләсәктә лә милли кейемдәребеҙ йәшәһен, һәр кем үҙ халҡының мәҙәниәтен һаҡлаһын. Милләтебеҙ киләсәге беҙҙең ҡулда!
Ләйсән НӘЗИРОВА.
Олокүл ауылы.