Даирә
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Февраль 2025, 16:00

Илһам алып ҡайттыҡ!

Беҙ барыбыҙ ҙа илһамым юҡ, илһам кәрәк тип һөйләргә яратабыҙ. Нимә ул, ни өсөн кәрәк ул? Ошо, һәр беребеҙгә кәрәк булған илһам, ғәрәп теленән “дәрт”, “теләк” мәғәнәһен белдерә. Эйе, сихри көскә эйә булған илһам килгәндә, эшләүе лә еңелерәк һәм күңеллерәк.

Илһам алып ҡайттыҡ!
Илһам алып ҡайттыҡ!

Уйламағанда ғына күршеләребеҙҙә, йәғни Ғафури районы Сәйетбаба ауылында уҙғарылған “Рухтары йәшәй ҡурайҙа” тигән шәп сараның шаһиты булып, илһамланып ҡайтҡас, ирекһеҙҙән ошондай уйҙарға сумдым. Был көндө мәҙәниәт йортонда ауылдаштарына – Табын ырыуының мәшһүр ҡурайсыларына һәм бай тарихлы ҡурайға дан йырланды.

Матур йөкмәткеле ҡурай байрамы башҡорт халыҡ көйө “Урал” менән асылды. Сәйетбаба ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Венер Ҡунафин:

- Үҙебеҙҙең милләтебеҙҙең, үҙебеҙҙең башҡортобоҙҙоң рухын күтәргән ҡурайға дан йырлана бөгөн ауылыбыҙҙа. Ысынлап та, башҡорт халҡы һымаҡ ҡурайыбыҙ ҙа тарихи. Әлдә ошо көпшә ҡурайыбыҙ Урал ерлегендә генә үҫә, тигән уйҙар биләй бөгөн күңелемде. Шуға ла беҙ рәхәтләнеп “беҙҙең ҡурай” тип әйтә алабыҙ. Беҙҙең тарихыбыҙ ҡурайҙа яҙылған, беҙҙең булмышыбыҙ ҡурайҙа яҙылған. Шуны барыбыҙ ҙа аңлаһаҡ ине. Ҡурайыбыҙҙы һәм милләтәбеҙҙе күтәргән данлыҡлы ҡурайсыларыбыҙ булыуы ла оло мәртәбәгә эйә. Башҡорт халҡын ошо ҡурай моңонан айырмаһын! Ошолай үҙебеҙҙең милләтте күтәргән саҡта тамашасыларҙың әҙерәк булыуы ғына бер аҙ күңелде ҡыя, - тигән бик тә тәрән мәғәнәле һүҙҙәр менән сәләмләне.

Олатаһының юлын дауам итеп ҡурай сәнғәтен үҙләштергән, ҡурай класы уҡытыусыһы, Ғафури районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Айрат Сәйфуллин да үҙенең сығышында башҡорттарҙың ошо тылсымлы ҡурай аша үҙенең ҡайғыһын да, шатлығын да халҡына еткерә алыуы, ҡурай моңо юғалмайынса беҙҙең көндәргә лә килеп етеүе хаҡында бәйән итте һәм үҙен ҡурай серҙәренә өйрәткән Илһам Байбулдинға оло рәхмәтен белдерҙе.

Артабан сәхнә түрен биләгән аһәңле ҡурай моңдарын, башҡорт халыҡ йырҙарын, хәтирәләр һәм бәйеттәр тыңлап, бейеүҙәр ҡарап, күңелдәребеҙҙе бөтмәҫ-төкәнмәҫ рух байлығы, илһам менән тулыландырҙыҡ.

Төрлө яҡтарға таралған талантлы яҡташтарҙы берләштергән йәмле байрам ҡунаҡтары араһында сығыш яһаусы Табын ырыуы вәкиле, Ҡырмыҫҡалы Балалар сәнғәт мәктәбенең ҡурай класы уҡытыусыһы Имза Биктимеровтың да ҡурайҙа уйнап, Табын ырыуы халҡы ижад иткән “Күҙйылға” йырын башҡарыуын тамашасы дәррәү алҡыштарға күмде, ә мәҙәниәт бүлеге Рәхмәт хаты менән бүләкләне.       

Эйе, ниндәй генә эшкә тотонһаң да, илһамланып эшләү хәйерле. Ә беҙгә инде, ошо эстәлекле сараны ойоштороусылар – илһамланып эшләүсе Гәүһәр һәм Илһам Байбулдиндарҙың илһам ҡанаттары ныҡ булһын тип теләргә генә ҡала.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.

Илһам алып ҡайттыҡ!
Илһам алып ҡайттыҡ!
Илһам алып ҡайттыҡ!
Илһам алып ҡайттыҡ!
Автор: Розалия Назарова
Читайте нас