Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Декабрь 2024, 19:36

Илһөйә Бәҙретдинова аҡырып илаған тиҙәрме...

"Йәлләмәгеҙ, бирегеҙ бер дарыу..."

Илһөйә Бәҙретдинова аҡырып илаған тиҙәрме...
Илһөйә Бәҙретдинова аҡырып илаған тиҙәрме...

Башҡортостанда һәм Татарстанда популяр йырсыларҙың береһе Илһөйә Бәҙретдинова концерттар ҡуйыу буйынса беренселекте биргәне юҡтыр. Әле йырсы яңы йырын әҙерләй. Был йыр уның күңел торошона бик тә тура килгән. Социаль селтәрҙә ул шул хаҡта хәбәр итә.

"Күптән инде күңелем тулып илағым килеп йөрөй ине. Төнгө сәғәт 2-лә саундпродюсер Илдус Дәүләнов йырҙы ебәрҙе. Тимәк, ул да йоҡламаған. Күбебеҙҙең күңеле шулайыраҡ, буғай. Аҡырып иланым. Еңел булып китте.

Тиҙ арала сығарырмын был йырҙы. Мин теләгәнсә булды был. Айгөл Вәлиуллина һүҙҙәре, Илдус Дәүләнов көйө, аранжировкаһы, тауыш яҙҙыртыу",  - тип хәбәр итә Илһөйә Бәҙретдинова.

"Һынау артынан һынау булған саҡта,

Теште ҡыҫып атлау ғазаплы.

Ҡулдарымды һоноп ялбарам,

Һуңғы көсөм, һәм ул - аҙаҡҡы.

Йәлләмәгеҙ, бирегеҙсе бер дарыу..."

Тимәк, Илһөйә Бәҙретдинованың яңы йырын тиҙҙән беҙ ҙә тыңлай аласаҡбыҙ. 

Фото һәм сығанаҡ: "Интертат"

 

Автор:
Читайте нас: