Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Декабрь 2024, 15:21

Ҡурайсылар булғанда, ҡурайҙың киләсәге бар!

Үрге Төкөн ауылы клубында башҡорт халҡының иҫ киткес бай тарихын үҙенә туплаған, үҙенә һыйҙырған төп музыка ҡоралы ғына түгел, ә шулай уҡ символы һәм ғорурлығы ла булған моңло ҡурайға арналған “Уйна, ҡурай, данлы Ҡурай” тип аталған йәмле сара уҙҙы.

Ҡурайсылар булғанда, ҡурайҙың киләсәге бар!
Ҡурайсылар булғанда, ҡурайҙың киләсәге бар!

Ҡурайсылар булғанда, ҡурайҙың киләсәге бар!

Үрге Төкөн ауылы клубында башҡорт халҡының иҫ киткес бай тарихын үҙенә туплаған, үҙенә һыйҙырған төп музыка ҡоралы ғына түгел, ә шулай уҡ символы һәм ғорурлығы ла булған моңло ҡурайға арналған “Уйна, ҡурай, данлы Ҡурай!” тип аталған йәмле сара уҙҙы.

Нур тулған алтын ҡамыш ул һин, ҡурай,
Зиндан емергән тауыш ул һин, ҡурай.
Донъямдың күңел ҡылы ул һин, ҡурай,
Беренсе ләйсән ямғыры ул һин, ҡурай.
Имгәнмәй юлдан киләмен, рәхмәт, ҡурай,
Йырларға рөхсәт бирҙең, рәхмәт, ҡурай.
Башҡортомдоң беренсе дуҫы ул һин, ҡурай,
Йәшә, йәшә, изге ҡурай яҙғы турғай! - тигән шиғыр юлдары менән башлап ебәрҙе Эльвира Хәлимова ҡурайға арналаған кисәне.

Сараның ҡунағы – Үрге Төкөн ауылында тыуып үҫкән, 20 йылдан ашыу Ҡырмыҫҡалы Балалар сәнғәт мәктәбенең ҡурай класында уҡыусыларҙы ҡурай серҙәренә өйрәтеүсе Имза Биктимеров сығышын халҡыбыҙҙың боронғо тарихын бәйән итеүҙән башланы.

- Ҡурайсы ул ҡурай моңо аша башҡорт халҡының тарихын һөйләүсе лә.Ҡурай моңо халҡыбыҙҙың үткәндәрен моң аша еткерер татлы хәтирә, ауыр яҙмышынан һыҡтау, аһ-зар өнө генә булмаған, ҡайғы-хәсрәттәрен таратырға ярҙам итерҙәй күңел йыуанысы ла. Дәрт-дарман биреүсе ошо ҡурай башҡорттоң борондан табын күрке лә, юлда юлдашы ла, яуҙа яуҙашы ла, дауҙа яҡлашыусыһы ла була алған, - тигән һүҙҙәренә ҡушып, Имза Әхтәм улы милли музыка ҡоралының үҙенсәлектәре менән таныштырып үтте, ҡурайҙа уйнауҙың медицина күҙлегенән һаулыҡҡа, йәғни үпкә-бронхтарға файҙалы булыуы хаҡында ла әйтергә онотманы.

Артабан ул ҡулына үлән ҡурайы алып, тамашасылар алдында уны тиҙ арала музыка ҡоралына әүерелдереп, моңло көйҙәр уйнап та ебәрҙе. Кисәлә ҡатнашҡан уҡыусыларға ҡурайҙа һыҙғырырға өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәресе лә күрһәтте Имза Биктимеров. Шулай уҡ ул ауылдаштарына тылсымлы ҡурайҙа төрлө халыҡ көйҙәрен уйнап, йырҙарын йырлап ишеттерҙе.

Сара һуңында дәртле ҡурай көйҙәренә тамашасылар тыпырҙатып бейергә лә төшөп китте.

Ҡурайсы ул, иң беренсе нәүбәттә, халҡының, көйҙәрҙең тарихын тәрәндән белеүсе, уларҙың төрлө ырыуҙарға хас варианттарын өйрәнеп, йөрәге аша үткәреп башҡарыусы икәне был кисәлә иҫбат ителде. Халҡыбыҙ йәшәй икән, ошондай ҡурайсыларыбыҙ бар икән, тимәк ҡурай ҙа йәшәйәсәк.

 

Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

- Милли ҡурайсылар ансамбле булдырҙыҡ, ул әле үк республика буйлап гастролдәргә сыға башланы. Ансамбль ҡурай сәнғәтен һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән әйҙәүсе көс булып сығыш яһай. Унда эләгергә мөмкинме? Ҡурай уйнарға өйрәнергә кәрәк! Беҙҙең сәнғәт училищеларында, сәнғәт институтында ҡурай бүлектәре бар, кешеләр һөнәри, юғары белем ала. Ошо юлды үтергә һәм үҙеңә ышанырға кәрәк.

 

Айгөл ХӘМИТОВА, Үрге Төкөн ауылы клубының мәҙәни ойоштороусыһы:

- Эйе, халҡымдың моң шишмәһе – Ҡурай тураһында, үҙебеҙҙең төрлө яҡлап та талантлы булған ҡурайсы ла, йырсы ла Имза Биктимеров бик кәрәкле һәм фәһемле мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.
Башҡорт халҡын ҡурайҙан башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел, уның барлыҡҡа килеү тарихы ла бик борондан
билдәле. Башҡортостандың ете мөғжизәһе араһында ҡурайҙың дүртенсе урында тороуы ла юҡҡа түгелдер!
Ҡурайҙың үҫкән урыны ла – Урал тауҙары. Ябай ғына көпшә үләндең моңон башҡа бер ниндәй музыка ҡоралы ла алмаштыра алмай. Заман алға барыу менән,
был тынлы музыка ҡоралына ҡарата ихтирам, иғтибар арта, Аллаһҡа шөкөр!
Әйтеп аңлатҡыһыҙ мөғжизә бит
ҡурай моңо... Иҫ киткес моң... Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған моң дауам ителергә тейеш. Ҡурайҙа уйнарға теләгегеҙ ҙур икән, мотлаҡ өйрәнегеҙ. Милли ҡоралыбыҙ – халҡыбыҙҙың рухи аҙығы, байлығы. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә ошо ҡиммәтебеҙҙе, тотош мәҙәниәтебеҙҙе һаҡларға, өйрәнергә, үҫтерергә, йәш быуынға еткерергә насип ҡылһын. Бик матур йылы осрашыуға килгән өсөн Имза ағай Биктимеровҡа бик ҙур рәхмәт!

 

 

Ҡурайсылар булғанда, ҡурайҙың киләсәге бар!
Ҡурайсылар булғанда, ҡурайҙың киләсәге бар!
Ҡурайсылар булғанда, ҡурайҙың киләсәге бар!
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: