Даирә
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Ноябрь 2024, 14:23

Яңы төҫтәр менән балҡый

«Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит» төбәк проекты сиктәрендә Олокүл ауылы мәҙәниәт йортона капиталь ремонт уҙғарылды. Яңырыу кисер­гән һәм яңы төҫтәр менән балҡыған мәҙәниәт усағын асыу тантанаһы гөрләп уҙҙы.

Яңы төҫтәр менән балҡый
Яңы төҫтәр менән балҡый

Яңы төҫтәр менән балҡый

«Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит» төбәк проекты сиктәрендә Олокүл ауылы мәҙәниәт йортона капиталь ремонт уҙғарылды. Яңырыу кисер­гән һәм яңы төҫтәр менән балҡыған мәҙәниәт усағын асыу тантанаһы гөрләп уҙҙы.

Һәр ваҡыттағыса ҡу­наҡтарҙы милли ризыҡтар, йыр-бейеү менән ҡар­шы алып, ҡыҙыл таҫманы киҫкәс, тантанала ҡатна­шыусылар өр-яңы төҫ алған бина буйлап сәйәхәт ҡыл­ды. Һәр бүлмәлә байрам ҡунаҡтарын көләс йөҙлө, шат балалар һәм ололар ҡаршы алып, оҫталыҡта­рын күрһәтте, ҡыуаныста­ры менән бүлеште.

Бигерәк тә ҡунаҡтарҙы мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатында урынлашҡан ҙур булмаған бүлмәлә Олокүл ауылының ағинәйе Флүрә Самиҡованың тырышлығы менән булдырылған күр­гәҙмә залы ҡыҙыҡһындырҙы. Бында башҡорт һәм татар халҡының үткәне сағылыш тапҡан.

Сараның сәхнә түрендә үткән өлөшөн район хаки­миәте башлығының соци­аль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Андрей Матвеев асты һәм:

- Күп милләтле Ҡыр­мыҫҡалы районында 30-ҙан ашыу милләт вәкилдәре татыу һәм дуҫ йәшәй. Би­герәк тә мәҙәниәт өлкәһен­дә улар сағыу балҡый. Ижа­ди коллективтар үҙҙәренең сығыштарында милли ғөрөф-ғәҙәттәр үҙенсәлек­тәрен оҫта күрһәтеүгә өл­гәшә. Шуға күрә лә мәҙә­ниәт учреждениеларында уңайлы һәм хәүефһеҙ шарт­тар тыуҙырырға тырышыу мөһим, - тине һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт­тәре өсөн Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапха­налар системаһының 1-се категориялы китапхана­сыһы Айгөл Йәрмиеваға, Олокүл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы Илнур Бикташевҡа, Ба­лалар сәнғәт мәктәбенең һынлы сәнғәт класы уҡы­тыусыһы Гөлсөм Ташлыҡо­ваға, “Стройбытсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рау­ил Ҡыямовҡа район хаки­миәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Байрам ҡунағы, БР Мәҙәниәт министрлығы­ның социомәҙәни эш­мәкәрлек бүлеге начальни­гы Ирек Иманғәлин:

- Бында хәҙер ижад итеү һәм эшләү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Уч­реждениела Балалар сәнғәт мәктәбе лә, китапхана ла, йәмле тамашасылар залы ла бар, төрлө түңәрәктәр ҙә эшләй. Был бик мөһим социаль объект. Мәҙәниәт йортонда һәр саҡ күңелле тауыштар ишетелһен, бын­да һәр кем үҙен ҡыҙыҡһын­дырған шөғөл тапһын, ба­лалар ижад итһен, - тигән изге һүҙҙәренә ҡушып, мәҙәниәт өлкәһендә күрһәткән уңыштары өсөн Балалар сәнғәт мәктәбенең фортепиано класы уҡыты­усыһы Әлфиә Гәрәеваға, Олокүл мәҙәниәт йорто­ноң мәҙәни ойоштороу­сыһы Ләйсән Нәзироваға, Олокүл моделле ауыл ки­тапханаһы китапханасыһы Рәдифә Кинйәбаеваға БР Мәҙәниәт министрлығы­ның Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Яңыртылған мәҙәниәт йортон асыу тантанаһы районыбыҙ талланттары әҙерләгән йәмле концерт программаһы менән та­мамланды. Шығрым тулы залдағы тамашасылар һәр сығышты дәррәү алҡыштар менән оҙата барҙы.

Яңы һулыш алған мәҙә­ниәт усағы тағы күп йылдар ауыл халҡын ҡыуандырып торһон!

 

 

Автор:
Читайте нас: