Даирә
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Октябрь 2024, 15:21

Алсу сәхнәгә ҡайтты

Быйыл йырсының ижадына 25 йыл тула. 

Алсу сәхнәгә ҡайтты
Алсу сәхнәгә ҡайтты

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Алсу (Алһыу Сафина) менән уның ире, эшҡыуар Ян Абрамов күптән түгел айырылышты. Күп йылдар дауамында йырсы үҙ карьераһын онотоп, ғаиләһенә ваҡытын бүлде.

Ниһайәт, Алһыуҙың шәхси концерты булған. Ул симфоник оркестр менән Мәскәүҙең Музыка йортонда ике ҙур концерт ҡуйған һәм бик күп тамашасыларҙы йыйған. Концертҡа йырсының ата-әсәһе, ҡыҙҙары һәм хатта улы Рафаэль да килгән.

Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Алһыу шатлыҡтарын йәшерә алмай: «Ниңә мин быны иртәрәк эшләмәнем һуң?! Был ысын мәғәнәһендә музыка байрамы булды! Мин һеҙҙе бик ныҡ һағындым, ҡәҙерле һәм тоғро тамашасыларым, был мөхәббәт энергияһы һәм ыңғай хис-тойғолар менән уртаҡлашыу булды", - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан артист.

Әйткәндәй, быйыл Алһыу үҙенең ижади эшмәкәрлегенең 25 йыллығын билдәләй.

Фото: "Русская Музыка" төркөмөнән

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: