Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Октябрь 2024, 20:36

Йырсыны һуңғы юлға алҡышлап оҙаттылар

Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтовтың ҡапыл вафат булыуы күптәрҙе тетрәндерҙе. 

Йырсыны һуңғы юлға алҡышлап оҙаттылар
Йырсыны һуңғы юлға алҡышлап оҙаттылар

Оҫта тальянсы, мәшһүр йырсы ғүмеренең һуңғы көндәренәсә тамашасылар эргәһенә ынтылды, әйтерһең дә, беҙгә күңел моңдарын мөмкин тиклем күберәк өләшеп ҡалырға теләгән.

Фән Ғәфис улы 12 октябрҙең кисендә баҡыйлыҡҡа күсте. Интернет селтәрендә был хәбәр төнгә ҡарай таралды.

–  Кәйефе насар түгел ине. Улым менән оҙаҡ итеп мунса ингән, сабынған. Ҡайтҡас, хәле китте. Ашығыс ярҙам саҡырҙыҡ. Тиҙ килде. Фәнемдең ғүмере юлда киске 9-ҙа өҙөлдө. Инфаркт булған. Уның атаһы ла, әсәһе лә шулай кинәт үлгән. Үҙе лә кинәт үлем теләне. Теләге ҡабул булды, – тигән мәрхүмдең ҡатыны Светлана Вәлиәхмәтова.

Ҡабатланмаҫ моң эйәһе Шаран районының Хафиз ауылында тыуған, бөгөн иһә уны Шаран ауылында ер ҡуйынына тапшырҙылар. Фән Вәлиәхмәтовҡа 73 йәш ине.

"Башҡортостан" гәзите редакцияһы мәрхүмдең ғаиләһенең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Уның моңло тауышы, сағыу ижады халыҡ хәтерендә йәшәр.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: