Фән Ғәфис улы Вәлиәхмәтов 1951 йылдың 18 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Шаран районының Хафиз ауылында тыуған. 1979 йылда Өфө сəнғəт училищеһын тамамлаған.
1970 йылдан Туймазы ҡалаһының мəҙəниəт һарайы, 1973—1974 йылдарҙа Бүздəк район мəҙəниəт йорто, 1979 йылдан Башҡорт филармонияһы, 1995—2005 йылдарҙа «Энергетик» мəҙəниəт һарайының (Яр Саллы ҡалаһы) «Болғар» ансамбле солисы булып эшләгән. Көслө үҙенсəлекле тауышҡа эйəһе булараҡ, Фән Ғәфис улы башҡарыу сəнғəтендə халыҡсан йырлау традицияларын һаҡланы. Татар һәм башҡорт халыҡтарының популяр йырҙары менән бер рәттән, онотолоп бөткән иҫке йырҙарын да табып, уларға йән өрөп, киләсәккә илтеүсе ине Фән Вәлиәхмәтов.
Күптән түгел, 9 сентябрҙә, Тәтешле районында Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың хәтер кисәһендә Фән Ғафис улы ла ҡатнашҡан булған, видео шул кисәлә яҙҙырып алынған.
"Башҡортостан" гәзите редакцияһы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.