Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Сентябрь 2024, 15:42

Бар булмышы менән сәнғәт кешеһе

Ғәҙәттә, музыкаль һәләте булған һәр кеше тураһында, моғайын, уның ата-әсәһе лә йырсы йәки бейеүсе булғандыр, тигән һығымта яһарға ынтылабыҙ. Район Мәҙәниәт һарайында тауыш режиссеры булып эшләүсе Филүс Шәңгәрәевҡа, ысынлап та, һәләт ата-әсәһенән бирелгән.

Бар булмышы менән сәнғәт кешеһе
Бар булмышы менән сәнғәт кешеһе

Филүстең атаһы Фәйләс Ғәббәс улы оҫта бейеүсе булһа, әсәһе Зәнфиә Ғәләүетдин ҡыҙының моңло тауышына бар халыҡ һоҡлана.

-Атайыма тормошҡа сыҡҡанға тиклем әсәйем ауыл клубы мөдире булып эшләгән. Ғаилә ҡорғас, бергәләшеп һәр сарала әүҙем ҡатнашалар, сәх­нәләрҙә сығыш яһайҙар. Мин дә шуға сәнғәт өлкәһен һай­лағанмындыр, -ти йәмле Ҡа­риҙел районында тыуып үҫкән талант эйәһе.

Ҡырмыҫҡалыға эшкә кил­гәс, Филүс Шәңгәрәев “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” дәүләт программаһында ҡатнашып, ярҙам ала һәм уны торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн файҙалана.

-Мин бындай дәүләт ярҙа­мы булыуы тураһында бел­мәй ҙә инем. Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Виктория Мөхәмәҙиева ошо программа­ла ҡатнашып ҡарарға тәҡдим итте һәм кәрәкле документ­тар әҙерләү эшен ойоштороуҙа ла ярҙамлашты. Шулай итеп миңә, көтмәгәндә, ҙур ғына ярҙам алыу бәхете татыны, -тигән ҡыуанысы менән бүлешә Филүс Фәйләс улы.

Беҙҙең районда әле ике йыл ғына эшләүенә ҡара­маҫтан, Филүс Шәңгәрәев ҙур танылыу яулап та өлгөрҙө. Ул район Мәҙәниәт һарайында үткән һәр бер сараның ур­таһында ҡайнай. Моңло һәм дәртле йырҙары, гитара һәм саксофонда маһир уйнауы, мәжлестәрҙе оҫта алып барыуы менән билдәле.

Әйткәндәй, Филүс Шәң­гәрәев 6-сы кластан алып во­каль-инструменталь ансамбль түңәрәгендә шөғөлләнеп, син­тезаторҙа, гитарала һәм башҡа төрлө уйын ҡоралдарында уйнау оҫталығын үҙләштерә. Ансамбль менән конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулайҙар. Артабан Өфө сәнғәт учили­щеһының тынлы һәм һуҡма уйын ҡоралдары бүлегендә уҡый, Башҡорт дәүләт педа­гогия университетында тауыш режиссеры юғары белемен ала. Хеҙмәт юлын тыуған районын­да башлай.

Райондың “Ғаилә” үҙә­гендә эшләүсе ҡатыны Әл­фиә Дим ҡыҙы менән бер ҡыҙ һәм ул үҫтерәләр. 4-се класта уҡыусы Аида йырларға ярата, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яуларға ла өлгөрә. Быйыл 1-се класҡа уҡырға барған Эмилдең дә музыкаль яҡтан һәләте асыла бара. Шәңгәрәевтар ғаиләләре менән бергә сығыш яһарға ла яраталар.

Бар булмышы менән сәнғәт кешеһе булған Филүс Фәйләс улына һәм уның ғаиләһенә ар­табан да ижади уңыштар, ғаилә именлеге юлдаш булһын!

Розалия НАЗАРОВА.

 

 

 Башҡортостандың өлгөһөн Рәсәйгә тараталар

2025 йылдан Рәсәйҙә “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” про­граммаһы тормошҡа ашырыласаҡ. Ә бит барыһы ла беҙҙә башланғайны...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылда уҡ “Арт-Ҡоролтай” мәҙәниәт форумында “Ауыл мәҙә­ниәт хеҙмәткәре” республика программаһын иғлан итте. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 120 мәҙәниәт белгесе Башҡортостан Республикаһы бюджеты иҫәбенә торлаҡ шарттарын яҡшырта алды. Субсидия күләме тәүге осорҙа 500 мең һум тәшкил итһә, 2023 йылдан 1 миллион һумға еткерелде.

“Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” республика програм­маһында 35 йәшкә тиклемге белгестәр ҡатнаша ала. Улар Башҡортостандың 50 меңгә тиклем халҡы булған ауыл йәки ҡалаһында йәшәргә һәм мәҙәниәт өлкәһендә муници­паль мәҙәниәт һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларында эшләргә тейеш.

Тағы ла хеҙмәткәрҙең профилле белеме булыуы һәм 2021 йылдан мәҙәниәт өлкәһендә тулы ставкаға эшкә урынлашыуы мөһим. Субсидия алған белгестәр урындарҙа кәмендә биш йыл эшләргә тейеш буласаҡ – был төп ҡағиҙә.

Зөбәржәт ҒИЗЗӘТУЛЛИНА, йәмәғәтселек фекере ли­деры:

- Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ойошторған сараларға һәр ваҡыт ҙур теләк менән йөрөйөм. Районыбыҙ талант­тарға бай. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең идеялары һәм тынғыһыҙ хеҙмәте ауыл халҡының тормошон биҙәй. Тап улар халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлаусы, төрлө проект­тарҙы тормошҡа ашырыусы, мәҙәни саралар үткәреүсе бу­лып тора.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре иңендә кешеләрҙең ялын ой­оштороу, изге йолаларға хөрмәт тәрбиәләү буйынса ҙур яуаплылыҡ ята. Районыбыҙ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ке­шеләргә имен тормош ҡына түгел, шулай уҡ күп яҡлы шәх­си үҫеш тә кәрәк булыуын аңлап хеҙмәт итә. Йәмғиәте­беҙгә бөгөн социаль яҡтан әүҙем, рухҡа бай, хеҙмәткә һәм тормошҡа ижади ҡараған кешеләр талап ителә. Шуға күрә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен дәртләндереү, һәләтле бел­гестәрҙе һәм йәштәрҙе бәләкәй ҡалаларға һәм ауылдарға йәлеп итеү өсөн “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” програм­маһының тормошҡа ашырылыуы ҡыуаныслы.  

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: