Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: - Рухи, ижади, әхлаҡи хеҙмәтегеҙ өсөн мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтәм. Үҙемдең яҡтан шуны белдерәм, дәүләт һеҙгә һәр ваҡыт ярҙам итәсәк. Мәҙәниәт – тормош нигеҙе. Ул беҙҙән кеше яһай, көс бирә, берләштерә һәм рухыбыҙҙы нығыта. Беҙҙең бурыс – милли мәҙәниәтте тормошобоҙҙоң мөһим һәм кәрәкле өлөшө итеү. Мәҫәлән, башҡорт костюмы. Ул яйлап ҡына беҙҙең эшлекле, көндәлек тормошҡа инә. Сараларҙа милли элементы булған кейемле кешеләрҙе күрһәм, шатланам. Беҙгә милли мәҙәниәтебеҙҙе заманлаштырырға, алға этәрергә кәрәк. Республика артабан да мәҙәниәт учреждениеларын төҙөү һәм яңыртыу эшен дауам итәсәк.
Байрам сараһы күргәҙмәләр менән танышыуҙан башланды. Олокүл ауылында йәшәүсе, 25 йыл умартасылыҡ менән шөғөлләнеүсе Рима Мөхәмәтйәнова башҡорт бал ҡортоноң үҙенсәлектәре, балдың шифаһы тураһында ентекле бәйән итте. Иҫке Бәпес ауылынан Илдар Хәсәнов септә үреү серҙәре менән таныштырып, уның файҙаһы тураһында һөйләһә, Гөлназ Ғаффарова башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының иң яратып башҡарған кәсептәренең береһе – балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Һәүәләй ауылынан Раушания Рамазанова менән махсус хәрби операцияға арналған күргәҙмә материалдарына таянып, яугирҙәргә гуманитар ярҙам кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Иҫке Мусанан Гөлшат Шәнгәрәева башҡорт халҡының милли ризыҡтары, ә Ҡолош ауылынан Рәмил Атнағолов башҡорт халҡының үткәнен сағылдырған үҙенең коллекцияһы тураһында һөйләне. Башҡорт халҡының милли биҙәүестәре, кейемдәре, кейеҙ баҫыу оҫталығы менән Иҫке Бәпестән Гөлнур Шаймарҙанова, Бишауыл-Уңғарҙан Фәһимә Абдрафиҡова менән Флүрә Заһиҙуллина, Һәүәләйҙән Гүзәл Искәндәрова, Ҡарлымандан Гөлфиә Юнысова таныштырҙы. Сәхнәләге тамаша ла Гүзәл Искәндәрова тергеҙгән Табын ырыуының милли кейемдәре менән таныштырыуҙан башланды. Гүзәл Әхмәт ҡыҙы һәр кейемдең тарихы тураһында ентекле һөйләне. Артабан сәхнә түрендә сығыш яһаусы районыбыҙ таланттарының йыр-моңон тыңлап, дәртле бейеүҙәрен ҡарап, күңелдәребеҙҙе рухи аҙыҡ менән байыттыҡ. Бында Иҫке Бәпес ауылы клубының “Бөрлөгән” фольклор төркөмөнөң һәм Илдар Хәсәновтың, Бишауыл-Уңғар ауылы ҡатын-ҡыҙҙарының, Ҡырмыҫҡалынан Ғәлимә Тимерғазинаның моңло ла, дәртле лә йырҙары, ҡумыҙ һәм ҡурай моңдары, Иҫке Мусанан Гүзәл Ғөзәйерованың башҡорт бейеүе, Үрге Төкөндән Имза Биктимеровтың ҡурай моңдары һәм башҡорт халыҡ йыры, шулай уҡ Һәүәләй, Арыҫлан ауылдары таланттарының сығыштары барыһының да күңеленә хуш килде. Иң аҙаҡтан жюри ағзалары Ольга Исхаҡова менән Элеонора Лаврентьева фестиваль буйынса үҙ фекерҙәрен әйтте, кәңәштәр бирҙе.
Розалия ҒӘЛИЕВА.
Автор фотолары.
Ольга ИСХАҠОВА, йәмәғәтселек фекере лидеры: - Йыр-моңдан, бейеүҙән һис ҡасан айырылмаған районыбыҙ халҡы мәҙәниәт усаҡтарын гөрләтә генә! Ауылдарҙа мәҙәниәт усаҡтары халыҡтың йыйылып күңел асыр ҙа, мөһим хәл-ваҡиғаларҙы кәңәшләшеп хәл итер өсөн дә төп урын икәнлеге һәр кемгә яҡшы билдәле. Районыбыҙ мәҙәни тормошон төрлөләндереп, бығаса үткәрелмәгән ҡыҙыҡлы саралар уҙғарырға, онотолоп барған йолаларға яңы һулыш бирергә тигән уй-теләк менән эшләй бөгөнгө көндә барлыҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт вәкилдәре менән осрашҡан һайын, беҙ республикабыҙ мәҙәниәте менән ғорурланабыҙ, тип билдәләй. Эйе, республикабыҙ ауылдарында бихисап мәҙәниәт йорто дәртләнеп эшләүен дауам итә. Хөкүмәт тарафынан районда мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Артабан да мәҙәниәт усаҡтары гөрләп торһон, таланттар, илһам сығанағы һурыҡмаһын һис ҡасан!