Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Июль , 14:57

Беҙҙекеләр – Мәскәү Һабантуйында

6 июлдә Коломенское музейы биләмәһендә 36-сы Мәскәү Һабантуйы уҙғарылды. Башҡортостан мәскәүлеләрҙә һәр ваҡыт ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Һабантуй биләмәһендә башҡорт ауылы эшләне, уны Ейәнсура һәм Ҡырмыҫҡалы райондары вәкилдәре алып килгән тирмәләр биҙәне. 

Беҙҙекеләр – Мәскәү Һабантуйында
Беҙҙекеләр – Мәскәү Һабантуйында

Быйыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы булыу менән бәйле, байрам программаһы ла төрлө йәштәгеләрҙең ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алып эшләнде. Унда өлкәндәргә лә, балаларға ла төрлө мауыҡтырғыс шөғөлдәр тәҡдим ителде. Милли көрәш майҙансығында билбау көрәше буйынса донъя Кубогының финалында 15 илдән иң көслө көрәшселәр ярышты. Аутентик башҡорт һәм татар ауылдары территорияһында тарихи интерьерҙар булдырылды, ҡунаҡтар өсөн халыҡ уйындары һәм милли кәсеп эштәренән йәрминкәләр ойошторолдо.
Беҙҙең райондың мәҙәниәт, балалар һәм сәнғәт мәктәбе һәм спорт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре был байрамда инде өсөнсө йыл рәттән ҡатнашты. Унда беҙҙең район делегацияһының йыл да ҡатнашыуы бер яҡтан һөйөнөслө булһа, икенсе яҡтан ҙур яуаплылыҡ өҫтәй һәм ауыр хеҙмәт талап итә.
- Һабантуй аҡланында алты көн буйына алһыҙ-ялһыҙ эшләнек. Ейәнсура районы башҡорт ауылын күрһәтһә, беҙ ихата биләмәһендә башҡорттарҙың мәҙәниәте, йолалары менән таныштырҙыҡ. Мин ирҙәрҙең һунарсылыҡ, солоҡсолоҡ, кәсепселек эштәре, Фәйез Хәйретдинов ағастан эшләнгән әйберҙәр, шул иҫәптән башҡорт ҡурайы менән таныштырһа, ҡатын-ҡыҙҙар һуғылған, сигелгән, кейеҙ әйберҙәрҙе, милли ҡурсаҡтар күрһәтте. Былар барыһы ла мәскәүлеләрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Килгән ҡунаҡтарҙы күңелле йыр-моң менән ҡаршы алып, милли аш-һыу менән һыйлап оҙаттыҡ. Эшебеҙ ауыр булыуға ҡарамаҫтан, тәьҫораттар, әлбиттә, барлыҡ арыу-талыуҙарҙы юҡ итә, - тип уртаҡлашты Иҫке Бәпес мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Илдар Хәсәнов.
Мәскәү һабантуйы – Мәскәү халыҡтарының байрамы. Был майҙансыҡта йыл һайын 250 меңдән ашыу кеше йыйыла. Йыл һайын Мәскәүҙә уҙғарылған Һабантуй үҙенең сиктәрен киңәйтә, уны ҡарарға теләүселәр һаны ла арта, шулай уҡ балаларына халыҡ йолаларын күрһәтеп үҫтереүселәр ҙә күбәйә. Шундай мәртәбәле сарала районыбыҙҙың йөҙөн яҡлаусы делегация ағзаларына афарин тибеҙ, һәм киләсәктә лә эштәрендә ижади уңыштар теләйбеҙ.
Ынйы Сәлихова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: