Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Июль , 10:28

Рөстәм Төхвәтуллин ауылында ни өсөн түләүле концерт ҡуя?

Илдар Хәкимов йыл һайын бушлай концерт ҡуйған, ә Рөстәм Төхвәтуллин  - түләүле. Ни өсөн шулай икәнлеге түбәндәге яҙмала...

Рөстәм Төхвәтуллин ауылында ни өсөн түләүле концерт ҡуя?
Рөстәм Төхвәтуллин ауылында ни өсөн түләүле концерт ҡуя?

Татарстандың һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, танылған йырсы Рәшит Төхвәтуллин тиҙҙән тыуған ауылы Ҡарамалы-Ғөбәйҙә йәйге концерт ҡуясаҡ. Әммә ул түләүле, хаҡы 500 һум. 

Был концерттың ни өсөн түләүле булыуын күптәр аңлап бөтмәгән һәм йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәләренә яҙып был хаҡта һорағандар. "Илдар Хәкимов үҙенең ауылында йыл һайын бушлай концерт ҡуя", - тип яҙыусылар ҙа булған.

Һораған тамашасыларына йырсы түбәндәгесә яуап биргән: "Ни өсөн түләүлеме? Сөнки был - хәйриә концерты. Йыйылған аҡса ауылға ярҙамға һәм сирле балаларға тотонасаҡбыҙ. Беҙ ДЦП сире менән ауырыған балаларға ярҙам итәбеҙ, аҡсаның бер өлөшө мәсеткә биреләсәк, балалар баҡсаһына ярҙам иттек, ауыл мәҙәниәт йортона ярҙам күрһәттек, был минеңсә - яҡшы идея", -тигән Ришат Төхвәтуллин.

Тик хәйриә концертында Әлиә Ҡарасурина - Төхвәтуллина сығыш яһаймы, юҡмы, әлегә аныҡ ҡына әйтелмәгән.

Фото һәм сығанаҡ: Интертат

Автор:Карима Усманова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: