Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Июнь , 10:33

Изге ниәттән ойошторолдо

Ҡорбан салып аят уҡытыу мосолмандарҙың күркәм йолаларының береһе. Алайғыр ауыл клубында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең именлеге, баш иҫәнлеге өсөн ҡорбан салынды. Әхәт хәҙрәт Ишемғолов Ҡөрьән аяттары уҡып, яугирҙәрҙең баш иҫәнлегенә доғалар ҡылды.

Изге ниәттән ойошторолдо
Изге ниәттән ойошторолдо

Ауыл клубына йөрөгән апай-ағайҙарыбыҙ Фәниә һәм Ғәйфулла Замановтар, Зилә, Радил, Айрат Ишемғоловтар, Гөлнара Айдушева, Рәйсә Әғзәмова, Зөһрә Байымова, Әнисә Ҡолбахтина, Рима Йәғәфәрова бергәләшеп ҡорбан салдылар. Һәр кем ихлас күңеленән тырышты. Мәҫәлән, Гөлнара Айдушева туҡмас киҫеп аш, бәлештәр, Ғәйфулла Заманов тәмле итеп былау бешерҙе. Айрат Ишемғолов самауыр менән сәй ҡайнатып торҙо.
Был көндө райондың Риф Йөҙлөкбаев етәкселегендәге “Илһам” әҙәби берлеге ағзалары менән осрашыу үтеүе сараға тағы йәм өҫтәне. Яңы Ҡыйышҡынан килгән Әлиә Рәхимова баянда уйнап, моңло йырҙарын йырлап, үҙенең шиғырҙарын уҡып халыҡты һөйөндөрһә, Ҡырмыҫҡалы ауылынан Ғәлимә Тимерғазинаның өҙҙөрөп йырлап ебәреүен халыҡ тын да алмай тыңланы. Аҙаҡ Ғәлимә апай үҙе ижад иткән шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙе. Тамашасылар шулай уҡ Венера Латипованың рус һәм татар телдәрендә башҡарған йырҙарын, үҙе яҙған шиғырҙарын яратып ҡабул итте. Ҡарлыманбаш ауылынан килгән Гөлнара Иҫәнғолова таң алдынан ғына һалдаттарҙың әсәләренә һәм махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән ир-егеттәргә арналған шиғырҙарын уҡып, йыйылыусыларҙың күңелен яуланы. Ошондай һәләтле “Илһам” әҙәби берлеге ағзаларын бергә туплап йөрөткән Риф Йөҙлөкбаев та үҙенең шиғырҙарын бүләк итте.
Ҡорбан аятына йыйылған халыҡтың доғалары һәм ниәттәре уртаҡ. Һалдаттарыбыҙға уҡылған доғаларыбыҙҙы, донъялар тыныслығына ихлас күңелдән теләгән теләктәребеҙҙе Аллаһы Тәғәлә ҡабул итһен.
Гөлнур Ишемғолова, мәҙәни ойоштороусы.
Алайғыр ауылы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: