Даирә
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Июнь , 10:32

“Кәкүк сәйе”

Ҡарлыман ауылынының йәмле Ҡарлыман йылғаһы буйында боронғо йола – “Кәкүк сәйе” байрамы уҙғарылды. Сара матур тауышлы кәкүк ҡошона арналды. Халҡыбыҙ был бәләкәй ҡошсоҡтоң серле һәм яңғырауыҡлы тауышын тыңлап, киләсәкте юраған, изге теләктәр теләгән булған. Әйткәндәй, белгестәр әйтеүенсә, матур көндәрҙә кәкүктең моңо ике саҡрым тирәһе алыҫлыҡҡа ишетелә икән.

“Кәкүк сәйе”
“Кәкүк сәйе”

Электән был байрамда ҡатын-ҡыҙҙар, балалар ҡатнашҡан. Был юлы ла шулай булды. Ауылдың әүҙем, талантлы, уңған апай-еңгәйҙәре матур итеп кейенеп килеп, ихлас күңелдәренән тәбиғәт ҡосағында йола байрамын үтәне. Фәүзиә Абакачева, Зифа Ишемғолова, Флүрә Мәхмүтова, Тәнзилә Әхмәтшина моңло йырҙарын бүләк итһә, башҡалар ҙа бергә ҡушылып йырланы. Сарала ҡатнашыусылар “Аҡ тирәк-күк тирәк”, “Ҡулъяулыҡ һалыш” уйындарын уйнап, рәхәтләнеп күңел астылар.
- Был байрамды көтөп алдыҡ. Сараны клубтың мәҙәни ойоштороусыһы Ләйлә Юнысова һәм китапханасы Раушания Өмөтбаева юғары кимәлдә ойошторҙо. Моңло йырҙар, халыҡ уйындары, таҡмаҡтар әйтеп бейеүҙәр – барыһы ла байрам кәйефе өҫтәне. Кәкүккә лә арнап, йырҙар башҡарылды. Артабан килтерелгән күстәнәстәр менән самауыр сәйе эсеп, аралаша-аралаша ял иттек, - тип һөйләне Долорес Байсурина.
Әлбиттә, сәй эсеү - йыйындың мөһим өлөшө. Уңған ҡатын-ҡыҙҙар милли ризыҡтар әҙерләп килтергәйне, һәр кем тәмлекәстәрҙән ауыҙ итте. Уларҙың бер өлөшөн кәкүккә лә ҡалдырырға онотманылар.
“Кәкүк сәйе”ндә ҡатын-ҡыҙҙар тәбиғәткә һәм ҡоштарға мөрәжәғәт итеп, изге теләктәр теләгән. Был йыйында ла ҡатнашыусылар сәләмәтлек, илгә, донъяға тыныслыҡ теләне. Сара һәр кемдең күңеленә хуш килде, улар күтәренке кәйефтә үҙҙәренә көс алғайндай өйҙәренә таралышты.
Йәш быуын халҡыбыҙҙың милли йолаларын белеп һәм күреп үҫһен өсөн балаларға айырым ойошторолдо. Улар сыр-сыу килеп, саф һауала йүгерҙе, һикерҙе, халыҡ уйындарын уйнаны. Аҙаҡтан тәбиғәт ҡосағында сәй эсте.
Фәниә Батыршина.

Автор:
Читайте нас: