Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Июнь , 23:12

Кискә ҡарай ауыр хәбәр еткерәбеҙ...

Шағирә, бик күп матур йырҙар авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнисә Таһирова вафат булған.    

Кискә ҡарай ауыр хәбәр еткерәбеҙ...
Кискә ҡарай ауыр хәбәр еткерәбеҙ...

Кискә ҡарай ауыр хәбәр еткерәбеҙ. Шағирә, бик күп матур йырҙар авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнисә Таһирова вафат булған.

Яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Уны күптәр башҡорт сонеттары оҫтаһы, тәржемәсе булараҡ та белә. Уға 82 йәш булған. Республика Яҙыусылар союзында хәбәр итеүҙәренсә, ул ауырығандан һуң вафат булған.

Әнисә Абдулла ҡыҙы Таһирова 1941 йылдың 15 декабрендә Башҡортостандың Ишембай районы Маҡар ауылында тыуған.

Хушлашыу урыны һәм ваҡыты аныҡлана.

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: