Даирә
+21 °С
Облачно
Мәҙәниәт
18 Апреля 2024, 09:30

Улар беҙгә байрам кәйефе бүләк итә

Район Мәҙәниәт һарайында шаулап-гөрләп күркәм бай­рам кисәһе үтте. Беҙҙе һәр сарала матур-матур тама­шалар менән ҡыуандырыусы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә арналды ул.

Улар беҙгә байрам кәйефе бүләк итәУлар беҙгә байрам кәйефе бүләк итә
Улар беҙгә байрам кәйефе бүләк итә

Улар беҙгә байрам кәйефе бүләк итә

Район Мәҙәниәт һарайында шаулап-гөрләп күркәм бай­рам кисәһе үтте. Беҙҙе һәр сарала матур-матур тама­шалар менән ҡыуандырыусы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә арналды ул.

Байрам тантанаһын асып, район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров:

- Һеҙ һәр ваҡыт беҙгә бай­рам кәйефе бүләк итәһегеҙ, тормошобоҙҙо йәмләйһегеҙ, ижадҡа, мәҙәниәткә, туған телгә, рухи ҡиммәттәргә һөйөү тәрбиәләйһегеҙ, - тип, мәҙә­ниәт өлкәһендәге уңыштар менән таныштырҙы, ижади ҡарашлы һөнәр эйәләренә оло рәхмәтен, изге теләктәрен белдерҙе һәм был юҫыҡта ҙур уңыштарға өлгәшкән иң- иңдәрҙе билдәләп үтте.

Иң беренселәрҙән бу­лып, Әлфир Фәрхәт улы “Иң яҡшы муниципаль мәҙәниәт учреждениеһы” тип танылған Николаевка моделле ауыл клубына (етәксеһе Алина Сте­панова) 50 мең һумлыҡ сер­тификат тапшырҙы. Артабан Илтирәк ауылы китапхана­сыһы Анисия Михайлованы БР Мәҙәниәт министрлығы­ның Почет грамотаһы, Һыуыҡ Шишмә мәҙәниәт йорто етәк­сеһе Ольга Андрееваны, “При­бельские зори” хоры етәксеһе Дарья Якунинаны, Ҡамышлы мәҙәниәт йорто етәксеһе Нина Вардакованы, Балалар сәнғәт мәктәбенең директор урын­баҫары Айгөл Абдулованы һәм һынлы сәнғәт класы уҡыты­усыһы Зөбәрйәт Латипованы министрлыҡтың Рәхмәт хатта­ры менән бүләкләне.

“Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре” тип танылыусы Олокүл мәҙәниәт йорто етәк­сеһе Ләйсән Нәзирова ла 50 мең һумлыҡ сертификатҡа, ә Гөлназ Ғаффарова етәкләгән Иҫке Бәпес ауылы клубының “Бөрлөгән” башҡорт фоль­клор ансамбле “Иң яҡшы ижади коллектив” булараҡ 100 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды.

Иҫке Бәпес мәҙәниәт йор­то етәксеһе Сулпан Хәлитова, Балалар сәнғәт мәктәбенең һынлы сәнғәт класы уҡы­тыусыһы Фирүзә Батталова, район Мәҙәниәт һарайының “Сатҡылар” халыҡ театрының режиссер ярҙамсыһы Флүрә Низамова район Советының Почет грамоталары менән бүләкләнде.

Ҡырмыҫҡалы үҙәкләште­релгән клуб системаһы ди­ректоры урынбаҫары Флори­да Самиҡова һәм методисы Гүзәл Ғәлиева, Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Ризида Кучаева, район балалар китапханаһының баш китапха­насыһы Регина Абдуллина, Шәриф Бикҡол исемендәге күргәҙмәләр залы күҙәтеүсеһе Фәйрүзә Ҡотлобаева, “Муниципаль учреждениелар үҙәкләштерелгән бухгалтерияһы”­ның баш бухгалтеры Зөһрә Ҡаһармановалар район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын алды.

Әйтергә кәрәк, был бай­рам кисәһендә бүләкләнеүселәр һаны һәр ваҡыттағыса күп булды. Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Виктория Мөхәмәҙиева ла үҙенең рәх­мәт һүҙҙәренә ҡушып, мәҙә­ни тормошҡа тос өлөш индереүселәрҙе, әүҙем хеҙмәт­тәшлек күрһәткәндәрҙе бил­дәләп үтте. Әлбиттә, бүләклә­неүселәр араһында даими рәүештә районыбыҙҙың мәҙә­ни тормошон яҡтыртып бары­усы хеҙмәттәштәребеҙ – Ҡырмыҫҡалы мәғлүмәт үҙәгенең “Даирә” гәзитенең хаттар бүлеге мөдире Фирүзә Рәх­мәтуллинаның һәм “Карма­скалинская новь” гәзитенең матбуғатҡа яҙылыу бүлеге мө­дире Ғәлиә Кәримованың бу­лыуы беҙҙе үтә лә ҡыуандырҙы.

Байрам кисәһе ғәҙәттәгесә сағыу сығыштарға бай булды. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡотларға район таланттарынан тыш Башҡортостан Республи­каһының халыҡ артисткаһы, Башҡорт дәүләт филармони­яһы солисткаһы, яҡташыбыҙ Әлиә Нурғәлиева, Өфө сәнғәт институты студенттары Хәй­ҙәр Мөхтәров, Роберт Исла­мовтар ҙа килгәйне. Ғөмүмән, һәр сығыштың дәррәү алҡыштарға күмелеүе байрам концер­тының юғары кимәлдә булы­уын күрһәтте.

Эйе, мәҙәниәт өлкәһендә тик ошо һөнәрҙе йөрәктәре ҡушыуы буйынса һайлағандар, үҙ эштәренә мөкиббән булған­дар ғына эшләй ала. Ошо сфе­рала бер аҙ эшләп алған кеше булараҡ бының ысын икә­нен һис шикһеҙ әйтә алам. Үҙ эштәре оҫталарына артабан да тик уңыштар йылмайһын!

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас