Даирә
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Апрель , 12:09

Нәзифә Ҡадироваға – юғары награда

"Мин күптәнән һынған булыр инем..."    

Нәзифә Ҡадироваға – юғары награда
Нәзифә Ҡадироваға – юғары награда

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы, күп конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты, башҡорт эстрадаһының тере легендаһы, алтын тауышлы сәхнә һандуғасы – быларҙың барыһы ла данлыҡлы йырсы Нәзифә Ҡадирова тураһында.

13 апрелдә Нәзифә Жәүәт ҡыҙы Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә күркәм юбилейын билдәләне. Әйткәндәй, уның хеҙмәт кенәгәһендә 53 йыл элек филармонияға эшкә ҡабул ителеү тураһындағы  берҙән-бер яҙыу бар: тотороҡлолоҡ, хеҙмәткә тоғролоҡ, ышаныслы булыу ҙа – юғары һөнәри оҫталыҡ билдәһе.

Сара барышында Нәзифә Ҡадирова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң юғары наградаһы –  «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнде. Башҡорт халҡын бергә туплау, милли мәҙәниәтте, телде һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән фиҙакәр, күп йыллыҡ эшмәкәрлек өсөн тәғәйенләнгән награданы “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, шағирә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Лариса Абдуллина тапшырҙы һәм Нәзифә Жәүәт ҡыҙының көслө булмышлы ҡатын булыуын билдәләп, үҙе ижад иткән “Рух”шиғырын уҡып ишеттерҙе:


Мин күптәнән һүнгән булыр инем,
Һомай мине үҙе өшкөрҙө.
Мәңгелектең усаҡ ҡуҙҙарынан
Мәңге һүнмәй торған көс бирҙе.

Мин күптәнән һынған булыр инем,
Урал рухы миңә һүҙ ҡушты.
Шул бөйөк һүҙ ҡанға үтеп инеп,
Алыштырҙы миңә йөҙ дуҫты.

Мин күптәнән туңған булыр инем,
Йәншишмәнең нуры йылытты.
Яҡшылыҡтан яҡшы тарала тип,
Бөйөк һүҙҙән йәнгә йыр оттом.

Мин күптәнән төңөлөр ҙә инем,
Аҡбуҙ аттың ялы әйҙәне.
Сыныҡҡанда тик яҡтыра, тине,
Кешеләрҙең Ерҙә рух, йәне.

Мин күптәнән йырламаҫ та инем,
Йырҙарыма күсте заманым.
Мин унан да ғәзизерәк һүҙҙе,
Мин унан да бөйөгөрәк көйҙө -
Иң мөҡәддәс моңдо тапманым.

Иҫ киткес сағыу, йәнле концерт тамашасыларҙың күңеленә хуш килде, йырсының һәр сығышы көслө алҡыштарға күмелде. Был кистә бик күп йылы һүҙҙәр, ихлас ҡотлауҙар яңғыраны.

Нәзифә Жәүәт ҡыҙына ысын күңелдән һаулыҡ һәм ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ!

Фотолар Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы архивынан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
 
 
 
 
Нәзифә Ҡадироваға – юғары награда
Нәзифә Ҡадироваға – юғары награда
Нәзифә Ҡадироваға – юғары награда
Автор:
Читайте нас: