Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Апрель , 14:16

Төхвәтуллиндарҙың сабыйы тыуҙы

Тимәк, гастролдәрҙә йөрөгән буласаҡ атай ҡайтып өлгөргән! 

Төхвәтуллиндарҙың сабыйы тыуҙы
Төхвәтуллиндарҙың сабыйы тыуҙы

Бөгөн иртә менән матур яңылыҡ билдәле булды: билдәле артистар, яҡташтарыбыҙ Әлиә менән Ришат Төхвәтуллинадарҙың оҙаҡ көткән сабыйы тыуған. Был ваҡиға кисә, 10 апрелдә булған. Әлиә кемде көткәнен Ришатҡа ла, тамашасыларына ла әйтмәй ине, хәҙер иһә сер сиселде – уларҙың улдары бар.

“10.04.2024. Улым донъяға ауаз һалған көнөң менән” тип яҙҙы уларҙың икеһе лә социаль селтәрҙәрендә.

Йәш әсәй менән атай улдары менән төшкән тәүге фотоһын да биргәндәр. Шуныһы, әлеге ваҡытта Ришат Төхвәтуллин оҙайлы гастролдәрҙә һәм балаһы тыуған көндә Әлиә янында була алмам тип ҡайғыра ине. Тимәк, ул форсатын табып ҡайтҡан һәм был шатлыҡлы һәм тулҡынландырғыс мәлде бергә үткәргән.

Йәштәрҙе ғүмерҙәрендәге иң матур мәл менән ҡотлайбыҙ. Улдары иҫән-һау булып, ҡыуандырып үҫһен.

Фото: Ришат Төхвәтуллиндың социаль селтәре. 

 

Автор:Альфия Мингалиева.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: