Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Апрель , 16:21

Сәғиҙулланың концертында әсәһе лә йырлаған

Кисә Башҡортостандың халыҡ артисы Сәғиҙулла Байегет юбилей концертында әсәһе Әминә инәй менән башҡорт халыҡ йырын башҡарған.

Сәғиҙулланың концертында әсәһе лә йырлаған
Сәғиҙулланың концертында әсәһе лә йырлаған

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, улының юбилей концертына йырсының Баймаҡ районында йәшәгән әсәһе Әминә апай ҙа килгән ине.

Күреүегеҙсә, ул да бик матур итеп халыҡ йырҙарын башҡара. Бына бит йыр-моңға һөйөү Сәғиҙулла Байегеткә кемдән күскән!

Афарин, әсәйҙәр тере сағында уларҙың ҡәҙерҙәрен белегеҙ, оло хөрмәт күрһәтегеҙ! 

Фото, видео: Гөлназ Алдархан.

Автор:Карима Усманова.
Автор:
Читайте нас: