Даирә
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Март , 11:06

Театрһыҙ донъя буш ул

1984 йылдан бирле “Сатҡылар” театрын­да йөрөйөм.

Театрһыҙ донъя буш ул
Театрһыҙ донъя буш ул

Фәйрүзә ҠОТЛОБАЕВА, Ҡарлыман ауылы, Ш.Бикҡол исемендәге музей етәксеһе:

- 1984 йылдан бирле “Сатҡылар” театрын­да йөрөйөм. Ошо 40 йыл эсендә бик күп ролдәр башҡарырға тура килде. “Һауалағы торна”ла Ғәйшә, “Аҡҡошом минең”дә Гөлъямал, “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр”ҙә табип-гинеколог булып уйнаным. Шулай уҡ “Их, кәләше лә, кәләше” спектаклендә ҡатнаштым. Театрыбыҙ менән төрлө конкур­старҙа еңеүҙәр яулауға ирештек. Әлеге көндә ҙур булмаған коллективыбыҙ “Рәхмәт” тигән пре­мьера әҙерләй. Үҙемә тапшырылған ролдәрҙең ба­рыһын да яратып башҡарам, ныҡ оҡшай.

Театрҙа уйнаған саҡта бөтә мәшәҡәттәрең онотола, кәйефтәр күтәрелә. Бөтөнләй икенсе образға кереп китәһең һәм бер аҙға шул кеше тор­мошо менән йәшәйһең. Һөнәрем буйынса уҡытыусы, тәрбиәсе булһам да, үҙ ғүмерем эсендә сәхнәлә бик күп башҡа һөнәр эйәләренең образдарын ты­уҙыра алыуым менән бәхетлемен. Һин уйнаған ролдәрҙе тамашасылар ҙа ихлас ҡабул итһә, күңелгә бигерәк тә рәхәт, үҙеңде ысын әртис итеп хис итә башлайһың, хатта.

Театрһыҙ донъя буш ул. “Сатҡылар” йәшәһен һәм артабан да йәшнәһен, яҡташтарым театрҙарға килһендәр, даими йөрөһөндәр ине тигән теләк­тәремде еткергем килә.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: