Даирә
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Март , 11:11

Һәр ролен яратып башҡара

Театрҙа уйнарға ныҡ оҡшай.

Һәр ролен яратып башҡара
Һәр ролен яратып башҡара

 Илдар ХӘСӘНОВ, Абдулла ауылы, Иҫке Бәпес мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы:

- Театрҙа уйнарға ныҡ оҡшай. Һәр ролемде яра­тып башҡарам. Тәүге ролдәрем мәктәп йылдары менән бәйле. Ишембайҙа 2-се башҡорт мәктәп-ин­тернатында уҡығанда ла театр түңәрәгенә ҡыуа­нып йөрөнөм. Стәрлетамаҡта “Авангард” заводын­да эшләгән саҡта “Шатлыҡ” театры составында Ә.Атнабаевтың “Мөхәббәт тураһында йыр” спек­такле менән бик күп райондарҙы байҡап сыҡтыҡ.

“Сатҡылар” театрында 2018 йылдарҙан алып ҡатнашам. Бында ла бик күп төрлө ролдәр башҡары­рға тура килде. Ә.Атнабаевтың “Игеҙәктәр” спек­таклендә төп ролдәрҙең береһе булған ферма мөдире Нәбиулла Муллағәлиевич ролен яратып уйнаным. Ре­спублика конкурсында еңеү яуланыҡ. Мин бигерәк тә бабайҙар ролен уйнарға яратам. Һуғышта ике аяғын да юғалтҡан Мәғдән ролен уйнап, тамашасыларҙы әҙ илатманым инде. Иҫке Бәпес клубында мәктәп уҡыусылары менән “Урланған миҙал” спектаклен сығарҙым. Әлеге заман темаһына ауаздаш булған, әсәләрҙең улдарын махсус хәрби операцияға оҙатыу темаһына арналған спектаклебеҙ менән дә уҡыусылар конкурста лайыҡлы урын алды.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: