Даирә
+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Март , 11:31

Күптәнге хыялы тормошҡа ашҡан

Театрҙа уйнарға күптән хыяллана инем.

Күптәнге хыялы тормошҡа ашҡан
Күптәнге хыялы тормошҡа ашҡан

Әлфиә БИКТАШЕВА, Ҡырмыҫҡалы ауылы, шәхси эшҡыуар:

- Театрҙа уйнарға күптән хыяллана инем. Бер танышым район Мәҙәниәт һарайындағы ансамблдә йырлай. Бер ваҡыт ул мине: “Әйҙә беҙҙең менән йы­рларға”, - тип саҡырҙы. “Йырларға әлегә йөрөгөм килмәй, әммә берәй спектаклдә уйнап ҡарар инем”, - тигәйнем уға. Был турала ул Флүрә Низамоваға әйткән булған икән. Бер көнө Флүрә Ғәлинур ҡыҙы яныма килде лә: “Бер ролгә кеше эҙләй инек, уға нәҡ һеҙ тура киләһегеҙ”, - тип мине репетицияға саҡы­рҙы. Был 2023 йылдың март айы ине. Шулай итеп мин “Сатҡылар” театрында уйнай башланым. Т.Миңнул­линдың пьесаһы буйынса “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” спек­таклендә әсә ролен башҡарҙым. Май айында Ҡыр­мыҫҡалыла был спектаклдең премьераһы булды, ә октябрь айында “Театраль Өфө” республика фестивалендә I дәрәжә лауреат дипломын алдыҡ.

Театрҙа уйнарға тигән хыялымды тормошҡа ашырыуыма бик шатмын. Ро­лемде яратып башҡарҙым һәм артабан да дауам итермен, тип уйлайым. Хәҙер инде киләсәк тормошомдо театрҙан айырым күҙ алдына ла килтерә алмайым. Тағы ла ролдәр көтөп ҡалам.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: