Даирә
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Март , 11:17

Ижадҡа ғашиҡ күңел

Техник һәм иҡтисадсы һөнәре алһам да, мин үҙем ижади кешемен.

Ижадҡа ғашиҡ күңел
Ижадҡа ғашиҡ күңел

Светлана ӘХМӘҘИЕВА, Ҡырмыҫҡалы ауылы, йорт хужабикәһе:

- Техник һәм иҡтисадсы һөнәре алһам да, мин үҙем ижади кешемен. Район Мәҙәниәт һарайындағы күп сараларҙа әүҙем ҡатнашам, алып барыусы ла булам, “Ҡырмыҫҡалы королеваһы – 2022”лә еңеү яуланым.

“Сатҡылар” театрына 2019 йылда килдем. “Игеҙәктәр”, “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” спектаклдәрен­дә төп ролдәрҙең береһен башҡарҙым. Әле тағы бер спектакль әҙерләйбеҙ. Тиҙҙән уның премьераһын сәхнә­гә сығарасаҡбыҙ.

Театр миңә үҙемдең ижади мөмкинлектәремде асырға ярҙам итә. Сәхнә тормошон, театрҙы, та­машасыларҙы шул тиклем ныҡ яратам. Һәр образды тыуҙырыуға бөтә күңелемде бирәм. Барлыҡ ролдәрем­де башҡарғанда, спектаклдең башынан аҙағына ти­клемге арауыҡта мин үҙемдең бөтә һәләтемде асырға, режиссер ҡуйған талап­тарҙы еренә еткереп атҡарып сығырға ҙур көс һәм тырышлыҡ һалам.

Әлбиттә, тамашасы ла спектаклдең бер өлөшө булып тора. Ролдең нисек уйналыуы ла ниндәйҙер кимәлдә уға бәйле. Тамашасы спектаклде бик ихлас ҡа­раһа, уйнауы ла еңелерәк, ә улар беҙҙең сығыштан күңелдәренә рухи аҙыҡ алып ҡайталар икән, беҙгә лә рәхәт. Тамашаларҙа тағы ла осрашырға яҙһын!

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: