Даирә
+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Март , 11:00

Илатҡан да, йыуатҡан да – ул театр

Театр – бөгөнгө көндә лә республиканың һәм унда йәшәүсе ке­шеләрҙең мәҙәни кимәлен, рухи байлығын билдәләүсе изге урын бу­лып тора.

Илатҡан да, йыуатҡан да – ул театр
Илатҡан да, йыуатҡан да – ул театр

 

Театр – бөгөнгө көндә лә республиканың һәм унда йәшәүсе ке­шеләрҙең мәҙәни кимәлен, рухи байлығын билдәләүсе изге урын бу­лып тора. Һуңғы йылдарҙа элекке замандағы кеүек театрҙарға тама­шасыларҙың эркелеп йөрөмәүе генә бер аҙ күңелде ҡыра.

Район үҙәгендә күп йылдар инде “Сатҡылар” халыҡ театры уңыш­лы эшләп килә. 2000 йылдан алып театр менән режиссер Флүрә Ни­замова, 2022 йылдан Нәркәс Хәлитова етәкселек итә. Районыбыҙ та­ланттары ярҙамында бихисап спектаклдәр сәхнәгә сығарылды. Театр коллективы тамашасыларын үҙҙәренең халыҡсанлығы, тәбиғилеге менән йәлеп итеүен дауам итә. Район сәхнәһен гөрләткән, конкур­старҙа лайыҡлы билдәләнгән “Сатҡылар”ҙың һәүәҫкәр артистары­ның күбеһе менән һеҙ спектаклдәр аша ныҡ таныш. Бөгөн уларҙың бер нисәүһе гәзитебеҙ битенең майҙан түрен биләй.

Илатҡан да, йыуатҡан да – ул театр
Илатҡан да, йыуатҡан да – ул театр
Илатҡан да, йыуатҡан да – ул театр
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: