+6 °С
Болотло
Йыл мәҙәниәт хеҙмәткәре
Райондың “Далан” өлгөлө хореографик ансамбле етәкселәренең береһе Артур Юлыев һөнәри оҫталығы, күп йыллыҡ һөҙөмтәле эшмәкәрлеге, мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн лайыҡлы рәүештә “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” маҡтаулы исемен алды.
Артур Хөснөтдин улы ҡатыны Альбина Мирза ҡыҙы менән бергә етәкләгән коллектив республика, халыҡ-ара бәйгеләрҙә еңеүҙәр яулап, сит өлкәләрҙә лә ҙур танылыу ала.