Даирә
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
23 Ноябрь 2023, 11:30

Шаулап-гөрләп үтте юбилей!

Иҫке Бәпес ауылы мәҙәниәт йортонда шаулап-гөрләп “Бөрлөгән” фоль­клор ансамбленең 30 йыллыҡ юбилейына арналған ҙур сара ойошторолдо. Был байрам бик матур әҙерлек һәм ойошҡанлыҡ менән үтте.

Шаулап-гөрләп үтте юбилей!Шаулап-гөрләп үтте юбилей!
Шаулап-гөрләп үтте юбилей!

Иҫке Бәпес ауылы мәҙәниәт йортонда шаулап-гөрләп “Бөрлөгән” фоль­клор ансамбленең 30 йыллыҡ юбилейына арналған ҙур сара ойошторолдо. Был байрам бик матур әҙерлек һәм ойошҡанлыҡ менән үтте.

Кисәбеҙгә Ефремкин, Алайғыр, Ҡарлыманбаш, Бишауыл-Уңғар ауыл­дарынан килгән ҡунаҡтар үҙҙәренең матур сығыштары менән бар тамаша­сыны таң ҡалдырҙылар.

“Бөрлөгән” фольклор ансамблен 30 йыл буйына Наилә Ишемғолова етәкләне. Әлеге көндә ул хаҡлы ялда булһа ла, һәр сараның уртаһында ҡай­най. Ансамблдең ойошторолоу тарихы 70-се йылдарға тура килә. Уны Зәриә Кәримова етәкләгән. Артабан Миң­ниса Камалова, Рәйфә Ғайсина апай­ҙар төп көс булғандар.

Бөгөн дә “Бөрлөгән” ансамбле эшен әүҙем дауам итә. Республика, район, ауылыбыҙ сараларында әүҙем ҡатнашалар. Районыбыҙҙағы төп башҡорт фольклор төркөмө лә ул.

Кисәгә “Бөрлөгән”дәр бик уйлап, бай йөкмәткеле итеп әҙерләнгәндәр, һәр номерҙы матур башҡарып, бар ха­лыҡты һоҡландырҙылар.

Район мәҙәниәт бүлеге начальни­гы Виктория Мөхәмәҙиева төркөмдөң элекке һәм бөгөнгө әүҙем ағзаларын иҫтәлекле бүләктәр һәм Рәхмәт хатта­ры менән ҡыуандырҙы һәм изге теләк­тәрен еткерҙе, яңы уңыштар теләне.

“Бөрлөгән” фольклор ансамбле­нең күп йола һәм уйындарына яратҡан шағирәбеҙ Фирүзә Абдуллина ҙур ярҙам күрһәтә, дәртле таҡмаҡтар һәм шиғырҙар яҙып тора. Ошондай изге эше өсөн шағирәгә оло рәхмәт бел­дерәбеҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ. Байрам тантанаһына “Бөрлөгән”дәргә арнап, тәрән мәғәнәле ике шиғыр ҙа яҙып алып килгән ул.

Юбилей байрамы бик күңелле та­мамланды: сәхнә артистары менән бергә залдағы тамашасылар, ҡунаҡтар рәхәтләнеп бейене. Байрамыбыҙ ба­рыһына ла оҡшаны, һәр кем рухланып, дәрт һәм илһам алып, “Бөрлөгән”дәр­гә уңыштар теләп таралышты. Күрше ауылдарҙан килгән һәм саҡырылған ҡунаҡтарыбыҙ өсөн ҙур сәй табыны ойошторорға ла онотолманы.

Бындай ҙур, мәртәбәле сараны ой­оштороусы мәҙәниәт хәеҙмәткәрҙәре: Илдар Хәсәнов, Сулпан Хәлитова, Гөлназ Ғаффарова, Райха Ғиззәтуллина­ларға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм ар­табанғы эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Ғәлиә АБДУЛЛИНА,

Иҫке Бәпес ауылы.

Наилә ИШЕМҒОЛОВА, Иҫке Бәпес ауылы:

- “Бөрлөгән” төркөмөндә әүҙем ҡатнашҡан яҡташтарымдың һәр береһенә оло рәхмәт әйткем килә. Һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған һәм ике тапҡыр костюм тектереү менән ярҙам иткәндәре өсөн Район мәҙәниәт бүлеге етәкселе­генә рәхмәтлебеҙ. Был төркөм тәүҙә бейеү ансамбле булып ойошторолған булған. 1993 йылдың 15 июлендә ауыл мәҙәниәт йортона эшкә килдем. Мин килгәнгә тиклем ауылда сағыу байрам үткәрелгән булған. Көҙгә табан райондан: “Һеҙҙә ҙур сара үтте, ауылығыҙҙа фольклор төркөмө бар икән”, - тигәстәр, ауылдың оло апайҙарын йыйып алып, фольклор ансамбле төҙөнөм һәм эш башлап ебәрҙек. Төрлө конкурстарҙа ҡатнаштыҡ, байрамдарҙа сығыш яһаныҡ. Ансамблгә ниндәй исем бирергә икән, тип Миңниса Камалова апайға мөрәжәғәт иткәйнем. “Бөрлөгән” исемен ҡалдырайыҡ, тип тәҡдим итте ул. Шулай итеп элекке “Бөрлөгән”дәрҙең исеме аҫтында эшләнек. Ауыл апайҙары көн дә таҡмаҡтар килтерәләр һәм йыр­лап күрһәтәләр ине. Бергәләшеп төрлө үҙебеҙҙең яҡ халҡына ғына хасил уйындар өйрәндек. Ансамблебеҙҙең ошо көндәргә тиклем йәшәп килеүенә һәм үҫешеүенә ҡы­уанам. Артабан да шулай гөрләп эшләһен, тигән теләктә ҡалам.

 

 Фирүзә АБДУЛЛИНА, Иҫке Бәпес ауылы:

Сәхнәлә –

«Бөрлөгән»дәр!

Һеҙҙә нисек? Беҙҙә былай:

Өлгөрә бөрлөгәндәр!

Тағы ниндәй бөрлөгәндәр?

Районда бер тигәндәр!

Яҙын-көҙөн, йәйен-ҡышын

Һәр ергә өлгөрәләр,

Республикабыҙҙы гиҙеп,

Атламай – елдерәләр!

Дәртләндереп йәшен-ҡартын

Йыр-бейеүҙәре менән,

Йәшәй улар илде биҙәп,

Сәхнә гөрләтеп гелән.

Күҙ теймәһен үҙҙәренә,

Бөтә яҡтан килгәндәр!

Беҙ ниндәй йыр яратҡанды

Әллә ҡайҙан белгәндәр?

Иң талантлы, иң һөйкөмлө,

Донъяла бер тигәндәр,

Ҡартайырға ваҡыт та юҡ –

Сәхнәлә “Бөрлөгән”дәр!

Автор:
Читайте нас