

“Сатҡылар” беренселекте яуланы
«Мәҙәниәт» милли проектының «Ижади кешеләр» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 30 октябрҙән 1 ноябргә тиклем Өфөлә «Театраль Өфө» Республика балалар һәм йәштәр театрҙары фестивале үтте. Фестиваль сиктәрендә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының Бәләкәй залында Өфө, Салауат, Белорет, Бәләбәй ҡалаларынан, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы райондарынан 12 спектакль күрһәтелде.
Режиссер Нәркәс Хәлитова етәкселегендәге Ҡырмыҫҡалының “Сатҡылар” халыҡ театры был фестивалдә Т. Миңнуллиндың пьесаһы буйынса ҡуйылған “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” спектакле менән 1-се дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булды.
- Режиссерҙар һәм театр коллективтары етәкселәре өсөн семинар-практикумда ҡатнашып, оло тәжрибә туплап ҡайттым. Шулай уҡ беҙҙең өсөн профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева менән осрашыу һәм уның «Ваҡыт көҙгөһөндә» автобиографик китабының исем туйы ойошторолдо. Республиканың һәүәҫкәр театр ижадын үҫтереү проблемаларына арналған семинарҙа ҡатнашыусылар менән түңәрәк өҫтәл үткәрелде.
Ҙур бәйгелә ҡатнашыуыбыҙ һәм лайыҡлы урын алыуыбыҙ өсөн ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ. Мәртәбәле жюри ағзалары алдында ҡаушап ҡалмайынса, матур сығыш яһағандары, ролдәрҙе оҫта башҡарғандары һәм һәр береһе үҙенең образын аса алғаны өсөн “Сатҡылар” халыҡ театры артистарының барыһына ла оло рәхмәтлемен. Киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр, бейегерәк үрҙәр яуларбыҙ, тип ышанам, - ти Нәркәс Энгель ҡыҙы.
Амин, шулай булһын!
Розалия НАЗАРОВА.