Даирә
+28 °С
Болотло
Мәҙәниәт
9 Ноябрь 2023, 11:06

Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер

Иҫке Муса китапханаһы ауыл клубы һәм ауыл хакимиәте менән берлектә матур сара ойошторҙо.

Бер күрешеү – үҙе бер ғүмерБер күрешеү – үҙе бер ғүмер
Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер

Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер

Иҫке Муса китапханаһы ауыл клубы һәм ауыл хакимиәте менән берлектә матур сара ойошторҙо. Был көндө олпат йәштәге ауылдаштар үҙҙәренең йәшлек дуҫы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Әминев менән осрашты. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йыраҡ араларҙы яҡын итеп, Рим Фәйз­рахман улы үҙе йәшәгән Салауат ҡалаһынан тыуған төйәгенә ҡайтты.

Күркәм кисә барышында өлкән быуын вәкилдәре үҙҙәренең Рим ағай менән бергә уйнап үҫкән бала сағын хәтергә алып, йәшлек йылдарын һағынып иҫкә төшөрҙө. Ә Рим ағай­ҙың тормош иптәше – Башҡортостан­дың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Нәзметдин ҡыҙы бер аҙға ғына булһа ла ҡасандыр ошо ауылға килен булып төшкән бәхетле мәлдәренә әй­ләнеп ҡайтҡандай булды һәм бөгөнгө сарала ул ваҡытта күршеләш йәшәгән апайҙарҙы күреүенә ҡыуанысын бел­дерҙе.

Шулай уҡ сарала ҡатнашыусылар Рим Әминев менән бергә ауылда те­атр ҡуйып йөрөгән дәртле саҡтарын хәтерләне, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Рим Фәйзрахман улы һәр һорауға ентекле яуап ҡай­тарҙы, мәрәкәләп тә алды.

Йылы хәтирәләргә ҡоролған осрашыу кисәһе “Әбейҙәр сыуағы” фильмын ҡарау менән дауам итте. Зөһрә һәм Рим Әминевтар төп рол­дәрҙе башҡарған был фильм беҙҙең тормошта һирәк осрай торған өлкән быуындар проблемаһын сағылдыра, ололарға ҡарата ихтирамлы һәм иғти­барлы булырға кәрәклекте аңғарта.

Сара бик йылы мөхиттә барҙы һәм һәр беребеҙҙең күңел ҡылдарын ти­брәтеп, онотолмаҫ тәьҫораттар ҡал­дырҙы. Иң мөһиме, йыраҡтан килгән ҡунаҡтарыбыҙ ҙа, ауылдаштарым да был осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡалды.

Миләүшә МӨХӘМӘТЙӘРОВА.

Иҫке Муса ауылы китапханасыһы

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас