Даирә
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
2 Ноябрь 2023, 06:04

Тылсымлы тауыш эйәһе

Ошо көндәрҙә барыбыҙ ҙа яҡташыбыҙ Әлфиә Ниғмәтуллинаның (сәхнә псевдонимы - YALFY) “Рәсәй 1” федераль телеканалында барған «Әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ бергә!» проектының ярымфиналына үтеүен күреп, ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ хистәре кисерҙек.

Тылсымлы тауыш эйәһеТылсымлы тауыш эйәһе
Тылсымлы тауыш эйәһе

Мәртәбәле бәйгелә йырсы “От чего так березы шумят?” һәм “Ай, былбылым” йырҙарынан ҡоролған композиция башҡарып, жюри ағзаларын ғына түгел, барлыҡ тамашасыларҙы ла хайран ҡалдырҙы һәм 100 тауыштың 98-ен йыйҙы. Артабан инде ул “Эйфория” хиты менән ярымфиналға сығыуға өлгәште.

Алыҫ Себерҙә барлыҡҡа килгән Ниғмәтуллин­дар ғаиләһе туғыҙ йыл элек Ҡырмыҫҡалы еренә күсеп килеп, ошонда төпләнә. Әлфиә Ниғмәтуллина менән райондаштар уның район Мәҙәниәт һарай­ында эшләгән сағынан таныш. Шул саҡтарҙа уҡ та­лантлы йырсы үҙенең сағыу сығыштары менән сәхнә түрҙәрен биҙәне. Әлеге көндә ул Өфөлә йәшәй һәм ижад итә. Бер аҙ Башҡорт дәүләт филармонияһын­да эшләп алғандан һуң, үҙ аллы эшләргә ҡарар итә. Әлфиәгә йыр-моңға булған һәләт әсәһенән бирел­гән. Уның әсәһе Венера Ниғмәтуллинаны ла район халҡы яҡшы белә. Ул район Мәҙәниәт һарайында, Шайморатов ауылы мәҙәниәт йортонда эшләгән саҡта күп тапҡырҙар тамашасыларға үҙенең моңло йырҙарын бүләк итте.

- Әлфиә ҡыҙым бала саҡтан алып йырлай. Өс йәшенән сәхнәлә сығыш яһай башланы. Музыка мәктәбендә һәм колледжында белем алды, скрип­кала уйнарға өйрәнде һәм Мәскәүҙәге Маймонида исемендәге Дәүләт классик академияһының донъя музыкаһы мәҙәниәте факультетын тамамланы, - ти Венера Данияр ҡыҙы.

Юғары уҡыу йортон тамамлағас, Әлфиә үҙенең ижад юлын джаз менән бәйләргә уйлай, әммә ҡай­һылыр мәлдә уның күңелендә тыуған еренең мәҙә­ниәтенә оло һөйөү уяна.

- Моғайын, был ата-бабаларыбыҙ моңона тар­тылыу булғандыр, башҡаса бер нисек тә аңлата ал­майым, - ти был хаҡта эфир барышында.

Әлфиә Ниғмәтуллина Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар, фестивалдәр лауреаты, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. “Зaман” этно төр­көмө солисы булған саҡта, башҡорт телендә сығыш яһап, “Тюрквидение” телевизион конкурсында 25 ил араһында өсөнсө урын яулайҙар. Шулай ҙа ул үҙенең ижад юлындағы иң сағыу ваҡиғаларҙың береһе итеп, абруйлы донъя сәхнәһендә - Нью-Йорктағы Карне­ги-Холл концерт залында “Үҙгәреш еле” Халыҡ-ара татар йыры фестивалендәге сығышын һанай.

Әлфиә Илдар ҡыҙы менән телефон аша бәйлә­нешкә сығып, уның Мәскәүҙән алып ҡайтҡан тәьҫо­раттарын белештек.

- Мәскәүҙәге был бәйге – иң шәп проекттарҙың береһе. Унда һәр бер сығыш яһаусыға хөрмәт менән ҡарайҙар. Был беҙгә ҙур ышаныс бирҙе, илһамлан­дырҙы. Мин, хатта, үҙемде ысын “йондоҙ” итеп хис иттем. Йөҙ эксперт алдында сығыш яһау, әлбиттә, бик ныҡ тулҡынландырҙы. Шулай ҙа уңышлы килеп сыҡты, тип уйлайым. Шундай ҙур проектта туған телемдә сығыш яһарға мөмкинлек биргәндәре өсөн рәхмәтлемен. Проект тарихында мин милли телдә – башҡорт телендә йырлаған берҙән-бер ҡатнашы­усы булдым. Сығыш яһағандан һуң эксперттар эр­гәгә килеп ҡотланылар. “Һин – үҙенсәлекле йырсы. Башҡаларҙан айырылып тораһың. Артабан да ошо стилдә үҫешергә кәрәк, ул һинеке”, - тип ҡанатлан­дырҙылар һәм ижадымда Тыуған илгә, мәҙәниәткә булған һөйөү ярылып ятыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды­лар. Бик күп билдәле артистар үҙҙәре менән бергә хеҙмәттәшлек итергә тәҡдим иттеләр. Ярымфинал 17 ноябрҙә эфирға сығасаҡ. Унда, хатта, минең ижа­дымды яҡшы белгәндәр ҙә көтмәгән йырҙы башҡа­расаҡмын. Был проектта ҡатнашыу миңә киләсәк­тәге карьерама нигеҙле этәргес булыр, тип ышанам. Барыһы өсөн дә илһам сығанаҡтарыма – әсәйемә, биш йәшлек улым Арғымаҡҡа һәм дуҫтарыма рәх­мәтлемен, - тигән күңеленән урғылып сыҡҡан һүҙҙәрен еткерҙе ул.

Тылсымлы тауыш эйәһенә артабан да ижади уңыштар юлдаш булыуын, яңынан-яңы һәм тағы ла бейегерәк үрҙәр яулауын теләйбеҙ.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас