Даирә
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
25 Октябрь 2023, 07:07

Башҡортостанда билдәле музыкант Артур Күсимов менән бәхилләштеләр

Кисә Әбйәлил районының Асҡар ауылында билдәле музыкант Артур Күсимовты һуңғы юлға оҙаттылар. Был хаҡта социаль селтәрҙә Элвин Грейҙың (Радик Юлъяҡшин) һеңлеһе Регина хәбәр итте.

Башҡортостанда билдәле музыкант Артур Күсимов менән бәхилләштеләрБашҡортостанда билдәле музыкант Артур Күсимов менән бәхилләштеләр
Башҡортостанда билдәле музыкант Артур Күсимов менән бәхилләштеләр

«Бәхил бул, Күсим! Һин мәңге минең йөрәктә!» - тип яҙған Регина Юльякшина.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо көндәрҙә Элвин Грей лейблы музыканты Артур Күсимов (псевдонимы Күсим) 31 йәшендә вафат булған. Ул Әбйәлил районында тыуып үҫкән. 2015 йылдан Радик Юлъяҡшин командаһында, ә һуңғы йылдарҙа шәхси проекты өҫтөндә эшләй, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны тамамлап өлгөрмәй. Үлем сәбәбе - йөрәк сире.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-10-24/v-bashkirii-prostilis-s-izvestnym-muzykantom-arturom-kusimovym-3491922

 

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2023-10-25/bash-ortostanda-bild-le-muzykant-artur-k-simov-men-n-b-hill-shtel-r-3492558

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас