

Ауылыма ҡайтһам, әле булһа шул еҫле гөл үҙенә бер сихри хуш еҫе менән үҙенә тартып торғандай. Шул гөлдө осратып, тәмен тағы бер еҫкәп бала сағыма ҡайтырға тигән ниәт менән тыуған яҡтарыма юл тоттом. Ауылдаштарым матур-матур гөлдәр менән тәҙрә төптәрен, баҡсаларын биҙәгән. Ләкин улар араһында бала сағымда ҡалған еҫле гөлдө күҙҙәрем менән эҙләп таба алманым.
Алыҫта тыуған нигеҙемдең ҡара тупрағы ғына ятып ҡалған. Ләкин инәйемдең наҙлы ҡарашы, тәҙрә аша хуш еҫле гөлдәр араһынан һаман яҡты өмөт уятып үҙенә саҡырғандай. Әйткән һүҙҙәре лә йөрәк түремдә, илаһи бер сихри көс биреп, бейек үрҙәргә әйҙәй.
Ҡыҙым, донъя ҡорһаң, гөлдәр һәр саҡ тәҙрә төптәреңде биҙәһен. Гөлһөҙ өй – ул нурһыҙ өй. Тәҙрә аша гөлдәр араһынан һәр саҡ фәрештәләр изге ҡанатын ҡағыр, еҫле гөлдәр өйөңә хуш еҫ таратыр, тормошоң да гөл булыр, ҡыҙым. Минән һиңә шул фатиха, тиер ине инәйем.
Тормош юлын үткәндә төрлө гөлдәр үҫтерҙем. Әммә ғүмерем буйына шул еҫле гөлдө осрата алманым. Ул үҙенең хуш еҫтәрен таратып һеҙҙең тарафтарҙа үҫәлер, бәлки. Инәйемдең хуш еҫле гөлөн эҙләп, гөл һөйөүсе дуҫтарым, һеҙгә өндәшәм.
Минифә Батталова.
Үтәгән ауылы