Даирә
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
7 Сентябрь 2023, 10:26

Киноға ла төштөк беҙ

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ошо көндәрҙә Бишауыл-Уңғар ауылында “Көс урыны” тип аталған фән­ни-популяр фильмының ҡайһы бер эпизодтарын төшөрҙө. Был фильм күсмә тормош алып барыусы халыҡтар тураһында һөйләй. Белеүегеҙсә, башҡорт халҡы элек ярым күсмә тормош алып барған.

Киноға ла төштөк беҙКиноға ла төштөк беҙ
Киноға ла төштөк беҙ

Киноға ла төштөк беҙ

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ошо көндәрҙә Бишауыл-Уңғар ауылында “Көс урыны” тип аталған фән­ни-популяр фильмының ҡайһы бер эпизодтарын төшөрҙө. Был фильм күсмә тормош алып барыусы халыҡтар тураһында һөйләй. Белеүегеҙсә, башҡорт халҡы элек ярым күсмә тормош алып барған.

 

 Фильмда төшөү өсөн бер нисә көн алдан уҡ әҙерлек эштәрен башла­ныҡ. Барыбыҙ ҙа яҡташыбыҙ Гүзәл Искәндәрова тергеҙгән Табын ыры­уының милли кейемдәрен кейҙек, ә эш барышында Ревнер Миһранов һәм Рәмил Ғәлиевтарҙың ағас һа­уыттарын ҡулландыҡ. Шулай итеп, Бишауыл-Уңғар ауылының “Мираҫ” фольклор төркөмө ағзалары - Флүрә Заһиҙуллина, Гүзәл Искәндәрова, Рим Исхаҡов, Әлфиә Усманова, Хә­бир Дәүләтбаев, Гөлсәсәк Хөснөт­динова, Рәмилә Исхаҡова, Флүрә Низамова менән бергәләшеп халҡы­быҙҙың борон-борондан килгән кей­еҙ баҫыу кәсебен ентекле күрһәттек, сөнки һарыҡ йөнөнән кейеҙ баҫыу – халҡыбыҙҙың боронғо заман­дарҙағы төп кәсептәренең береһе булған. Был эште башҡарырға рай­он Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре һәм Һәүәләй ауыл Советы хакимиә­те башлығы Тимур Ғәләүетдинов оло ярҙам күрһәтте.

“Көс урыны” фильмы йыл аҙағында эфирға сығасаҡ. Мәртәбәле һәм тарихта уйылып ҡалырлыҡ са­рала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәтлебеҙ һәм яҡташтарым­дың шулай берҙәм булыуына һөй­өнөсөбөҙ сикһеҙ.

Фәһимә АБДРАФИҠОВА.

Бишауыл-Уңғар ауылы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас