

Таң ҡалдырҙылар
Балаларҙың иң күңелле, яратҡан миҙгеле, әлбиттә, йәй. Ялды күңелле генә түгел, ә мауыҡтырғыс һәм файҙалы итеп тә үткәрер кәрәк. Ул йәһәттән Ҡырмыҫҡалы ауылы гимназияһында барыһы ла уйланылған.
Әлеге ваҡытта гимназияла лагерь гөрләп эшләй. Балаларҙың ялы күңелле үтһен өсөн уҡытыусылар бар көсөн һала. Бөгөнгө көн айырыуса үҙенсәлекле булды. Беҙҙең гимназияға район Мәҙәниәт һарайынан иң шәп, иң уңған, янып торған артистары килеп, беҙгә иҫ китмәле матур тамаша күрһәтте. Танылған йырсы, оҫта алып барыусы Салауат Әйүпов, супер энерджайзер Дамир Ишембаев һәм, әлбиттә, иҫ китмәле күңелле диджей Филүс Шәнгәрәев үҙҙәренең ташып торған энергиялары менән барыбыҙҙы ла таң ҡалдырҙы. Балалар бергә йырлап, бейеп, ихлас ял иттеләр. Киләсәктә лә шулай көсөгөҙ ташып торһон, уттай янып, яңынан-яңы үрҙәр яулап, алға барырға яҙһын һеҙгә, егеттәр!
Рәзинә ӘБҮБӘКИРОВА.
Ҡырмыҫҡалы ауылы.