Даирә
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
1 Июнь 2023, 06:44

Премьераны ҡарап ҡайттыҡ!

27 майҙа Өфөнөң “Родина” кинотеатрында “Ананас” ҡыҫҡа метраж­лы нәфис фильмының премьераһын күрһәттеләр. Белеүегеҙсә, фильм­ды декабрь айында Ҡырмыҫҡалыла төшөргәндәр ине.

Премьераны ҡарап ҡайттыҡ!Премьераны ҡарап ҡайттыҡ!
Премьераны ҡарап ҡайттыҡ!

Был нәфис фильмды төшөрөүҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының билдәле актерҙары Әхәт Хөсәй­енов һәм Илһөйәр Ғизетдинова менән бергә райондың үҙешмәкәр артистары ла ҡатнашты. “Ананас”тың режиссеры Дилара Ғәлиева ла сығышы менән Ҡырмыҫҡалы еренән.

Фильмды ҡарар алдынан кино­театр фойеһында кинола төшкән актерҙар һәм был фильмды төшөрөүҙә ҡатнашыусылар менән осрашыу үтте, төрлө конкурстар һәм викториналар ойошторолдо.

Премьераны ҡарарға ошо фильмда төшөүсе һәүәҫкәр арти­старҙы ла саҡырғандары өсөн ойоштороусыларға оло рәхмәтлебеҙ.

Әйткәндәй, тиҙҙән был фильм­ды Ҡырмыҫҡалы кинотеатрында ла күрһәтәсәктәр.

Зилә ҠОҘАШЕВА.

Ҡырмыҫҡалы ауылы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас